Башҡортостанда уға исем биргән халыҡтың телен мәктәптәрҙә, башҡа белем биреү учрежденияларында уҡытыу мәсьәләһендә тѳрлѳ фекерҙәр ишетелеү шарттарында милли рухлы,яратып, ихтирам итеп уҡыған «Юшатыр» гәзите редакцияһының «Туған телемдә һѳйләшәм» тип аталған конкурс иғлан итеүе бик урынлы, ваҡытлы һәм тик маҡтуаға лайыҡ.
Илдә совет власы урынлашҡас, уҙған быуаттың 70-се йылдарына тиклем милли телдәрҙе үҫтереү, уларға ѳйрәтеү, уҡытыу мәсьәләһенә етди иғтибар бирелде. Артабан СССР етәкселеге «Берҙәм совет милләте» тип нарыҡланған тѳшѳнсәне уйлап табып, бѳтә ил милләттәрен берәүгә әйләндереү идеяһын алға һѳрҙѳ. Иманым камил, ошо яһалма милләттең теле «Оло ағайҙыҡы» буласаҡ ине. Һѳҙѳмтәлә мәктәптәрҙә яйлап предметтарҙы милли телдәрҙә уҡытыу, урыҫ булмағандарҙың туған тел дәрестәре күләмен кәметеү бойомға ашырылды. Күренеүенсә, «яңы милләт» булдырыу эҙмә-эҙлекле бойомға ашырыла барҙы. Хәтеремдә, йыш ҡына урыҫтарҙың ҡайһы берҙәре кем менәндер башҡортса һѳйләшһәң «урыҫса ѳндәш» тип әйтәләр ине.
Уҙған йѳҙ йыллыҡтың 90-сы йылдары башында, милли республикалар сағыштырмаса үҙаллылыҡ алғас, хәл икенсе, яҡшы яҡҡа үҙгәреш алды. Һѳҙѳмтәлә икенсе милләт вәкиле миңә ниндәй телдә һѳйләшергә күрһәтмә бирмәне. Ләкин һуңғы йылдарҙа ил етәкселеге милләттәрҙең милли ихтияжын ҡәнәғәтләндереү тураһында даими һѳйләһә лә, мәктәптәрҙә туған телдәргә, шул иҫәптән башҡорт теленә лә бүленгән сәғәттәр күләме күҙгә күренеп ҡыҫҡарҙы. Был процесс эшһеҙ ҡалған халыҡтың ҡалаларға, ҡатнаш халыҡ йәшәгән район үҙәктәренә әүҙем күсеү шарттарында барҙы. Глобәлләшеү, интернеттың, башҡа мәғлүмәт сараларының тормошҡа ныҡлап инеүе лә милли телдәрҙе үҫтереүгә, һаҡлауға кире йоғонто яһай. Һѳҙѳмтәлә тик башҡорттар йәшәгән ауылдарҙа йәштәрҙең, балаларҙың икенсе телдә аралашыуы хәҙер ғәҙәти күренешкә әйләнә бара. Яңыраҡ Башҡортостан телевидениеһының «Телеүҙәк» тапшырыуында әйтелеүенсә, хәҙер башҡорттарҙың 35 процент самаһы үҙенең телен белмәй һәм уны ҡулланмай. Был бит ҡот осҡос күренеш, йәмәғәт! Тимәк, ошо хәлгә тѳшкәс, хәлде ѳлѳшләтә булһа ла тѳҙәтеү ѳсѳн ашығыс һәм һѳҙѳмтәле саралар күреү кәрәк. Минеңсә, ошоға оҡшаш кире күренеш булған милли республикаларҙан һайланған Дәүләт Думаһы депутаттарына, Федерация Советында эшләгән вәкилдәргә бер тѳптән эшләп, туған, тѳбәктәрҙең дәүләт телдәре дәрестәре күләмен арттырыуға ѳлгәшеү мѳһим бурыс булырға тейештер. Әйткәндәй, белеүемсә, Татарстан парламенты мәктәптәрҙә татар телен уҡытыуҙы камиллаштырыуға арналған махсус закон да ҡабул иткән. Ошо юҫыҡта яңыраҡ Башҡортостан Башлығының туған һәм дәүләт телдәрен уҡытыуҙы яҡшыртыуға йүнәлтелгән Указы бер аҙ күңелгә йылылыҡ бирә. Республиканың йәмәғәт ойошмаларына кәрәк саҡта әле һүҙ алып барылған мәсьәләләр буйынса донъя кимәлендәге ойошмалар һәм органдарға ла мѳрәжәғәт итеү кәрәктер.
Хәҙер уҡыусының ниндәй туған, дәүләт телен ѳйрәнеүен ата-әсә хәл итә. Шулай булғас, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына улар менән яҡындан аралашырға, ѳгѳт-нәсихәт эшен әүҙем алып барыу кәрәк. Урындарҙағы башҡорт ҡоролтайҙары, Ағинәйҙәр ойошмалары ағзалары был мѳһим эштә яҡындан ҡатнашыуы фарыз. Ҡоролтайҙар башҡарма комитеттары ултырыштарының кѳн тәртибендә алтаҡталарҙың дѳрѳҫ яҙылышын тикшереү менә бер ҡатарҙан мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында башҡорт телен, әҙәбиәтен уҡытыу, уны ѳйрәнеү, халҡыбыҙ йолалары менән таныштырыу барышын тикшереү, булған етешһеҙлектәрҙе бѳтѳрѳүгә ярҙам итеү мәсьәләләре лә даими булырға тейеш. Ошоға бәйле хәл-тороштоң киң йәмәғәтселеккә еткерелеүе фарыз. Нисек кенә ғәжәп булмаһын, ҡайһы бер ата-әсәләрҙең, уҡыусыларҙың туған башҡорт телен ѳйрәнеүгә битарафлығы, хатта ҡаршылығы, уны ѳҫтәмә дәрес итеп һанау шарттарында уны ѳйрәнеүгә, урыҫ теленә ҡарата булған кеүек, стимул да булырға тейеш тип уйлайым. Әйтәйек, ошо телдән, әҙәбиәттән имтихан алып, уның балдарын Берҙәм дәүләт имтиханында урыҫ теленән алынған балдарға ҡушырға мѳмкин бит. Бәлки, ҡыҙыҡһындырыу ѳсѳн башҡа варианттар ҙа барҙыр?
Минеңсә, башҡорт телен уҡытыу методикаһын үҙгәртеп, ябайлаштырып, башҡа милләт балалары ябай һѳйләшерлек, аралашырлыҡ итеү урынлы, отошло булыр ине.
Ғаиләлә балаларға телде ѳйрәтеү, аралашыу бик тә мѳһим роль уйнай. Сѳнки бында ѳҫтән берәү ҙә күрһәтмә бирә алмай. Ошо мѳмкинлекте ҡулдан ысҡындырмайыҡ, йәмәғәт. Әлеге ысынбарлыҡта милли үҙаңдың күп кенә кешеләрҙә түбән булыуы – ҙур вайымһыҙлыҡ. Был тѳшѳнсә ике башҡорттоң икенсе телдә һѳйләшеүе, туған телдә сыҡҡан матбуғат баҫмаларын алдырмауы, уҡымауы, үҙ телебеҙҙә барған концерт, спектаклдәргә йѳрѳмәүе, телевидениела башҡортса тапшырыуҙарҙы ҡарамауы, ҡатнаш никахтарға битараф булыуы һәм башҡалар. Мин Айсыуаҡ ауылы буйынса ғына ошо хәлгә ҡағылышлы күп миҫалдар килтерә алам.
Шәхсән үҙемә килгәндә,ҡатыным менән уҙған быуаттың 90-сы йылдарында урындағы балалар баҡсаһында, мәктәптә башҡорт теле дәрестәрен индереү эшендә яҡындан ҡатнаштыҡ. Ѳс балабыҙ ҙа ҡалала, ҡатнаш халыҡ йәшәгән ауылда тыуып үҫһәләр ҙә туған телдәрендә иркен аралаша. Заманында уларға мәктәптә башҡорт телен ѳйрәнергә мѳмкинлек булмағас, балаларҙы ѳйҙә башҡортса уҡырға ѳйрәттек. Күмертауҙа тыуып, шунда йәшәгән ейәнсәребеҙ ҙә, беҙҙең ярҙам менән туған телен яҡшы белә. Ѳфѳлә йәшәүсе ҡыҙыбыҙ һәм кейәүҙең тәүге балаһына – малайға әле 10 ғына ай. Шулай ғына булһа ла, улар ҙа, беҙ ҙә уға тик башҡортса ғына ѳндәшәбеҙ. Ышанабыҙ, ейәндең теле лә башҡортса асылыр, балалар баҡсаһында, мәктәптә үҙ телен ѳйрәнер.
Эйе, глобәлләшеү заманында күп кенә эрерәк милләттәргә лә юғалыу ҡурҡынысы янай. Европала, мәҫәлән, ошо хәл 50-гә яҡын милләткә янай икән. 2010 йылда илдә үткәрелгән халыҡ һанын иҫәпләү күрһәтеүенсә, Рәсәйҙә күп кенә, шул иҫәптән республикала, милләттәр һаны кәмегәндә башҡорттар 1989 йыл менән сағыштырғанда 239 мең кешегә артҡан. Был күренеш бер ҙә тынысланырға урын бирмәй. Сѳнки беҙҙең телдең ҡулланыу даирәһе кәмей бара. Шуға ла,киләсәктә лә ер йѳҙѳндә башҡорт халҡы, уның теле йәшәһен ѳсѳн һәр ғаиләлә, белем биреү, тәрбиә ѳлкәләрендә милләтте һаҡлау, ишәйтеү ѳсѳн даими эш алып барылырға тейеш. Шул саҡта ғына беҙ ғорурланып: «Беҙ булдыҡ, барбыҙ, буласаҡбыҙ» тип әйтә аласаҡбыҙ.