Беҙ тәрбиәгә алғанда Илһам улыбыҙ бөтөнләй башҡортса белмәй ине. Әҙерәк бер-беребеҙгә өйрәнгәс тә, беҙ бергәләп өҫтәл артында кәңәшләшеп, туған телде өйрәнеүҙең икмәк кеүек кәрәклеген балаға аңлаттыҡ. Ошонан һуң бөгөндән башлап өйҙә фәҡәт башҡортса ғына һөйләшергә, тигән маҡсат ҡуйҙыҡ. Әлбиттә, тәүҙә балаға ул бик ауыр тойолдо, илаған саҡтары ла булды, хатта. Ләкин икмәк-тоҙҙан башлап һәр бер һүҙҙе руссаға тәржемә итеп, дөрөҫ әйтергә өйрәтеү беҙҙең ғаиләнең төп маҡсатына әйләнде. Мәктәптә уға Гөлназ Сәғит ҡыҙы Әмирғәлина уҡырға, яҙырға өйрәтте. Шулай итеп олатаһы, атаһы, мин һәм класс етәксеһенең бергәләп тырышыуы, баланың туған телен белергә кәрәклеген сабыр ғына аңлатыу үҙенең һөҙөмтәләрен бирҙе: бер ай үтеүгә Илһамыбыҙ бөтәбеҙҙе лә шаҡ ҡатырып саф башҡорт телендә һөйләшә лә башланы. «Тырышҡан ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан», - тип бушҡа әйтмәй бит халҡым. Шул уҡ ваҡытта улыбыҙ рус телен дә яҡшы белә.
Туған телде өйрәтеүҙе балаға бишектән үк башларға кәрәклеген ата-әсәләр, олатай-өләсәйҙәр белһендәр ине. Әгәр мәктәпкә генә ҡайтарып ҡалдырһаҡ, бала тулыһынса өйрәнә алмаясаҡ. Иң тәүҙә атай-әсәй туған телде белеүҙең мөһимлеген аңлатырға, телгә һөйөү тәрбиәләргә, өйҙә туған телдә аралашырға тейеш. Ә ғәйепте кемдәндер эҙләп, күктән көтөп ултырыу – был ғәфү итмәҫлек оло хата. Аллаһы Тәғәлә һәр баланы үҙенең туған телендә ярата, шулай уҡ ғүмере бөтөп, Аллаһ ҡаршына барғанда ла ул туған телендә яуап бирәсәк. Ә инде туған телен белмәгәндәргә яза ҡаты буласаҡ.
Икенсенән, ата-бабалар, өләсәйҙәр беҙгә аманат итеп ҡалдырған әсә телен, туған телебеҙҙе, йолаларҙы, сылтырап аҡҡан шишмәләй йырҙарыбыҙҙы белмәй үҫкән бала — урманда, көтөүҙә аҙашып ҡалған ҡырағай хайуандай була. Ата-әсәләрҙең иң мөһим бурыстарының береһе — балаларын туған теленә өйрәте.
Мин мәрхүмкәйҙәрем — әсәйемә, өләсәйемә оло рәхмәтлемен. Ауылда мәктәп ябылып, бөтә балалар яҡындағы рус мәктәбенә уҡырға йөрөй башлағас, улар беҙҙе апаруҡ йыраҡтағы Таймаҫҡа башҡортса уҡырға бирҙеләр. Яҙлы- көҙлө буранда, һыуыҡта йәйәү, көн матурҙа велосипедҡа атланып йөрөүе еңелдән булманы, әлбиттә. Әлеге, атай булмағас, алып барып ҡуйыусы юҡ, апайым менән өшөп-туңып ҡайтып керә торғайныҡ. Шулай ҙа дәрес ҡалдырған сағыбыҙ булманы, Аллаға шөкөр. Ваҡытында интернатта асығып, өшөп йәшәргә тура килһә лә, беҙ барыбер апайым менән үҙебеҙҙең туған телдә уҡыныҡ бит! Тик шуның арҡаһында ғына бер түгел ике юғары белем алып, тормошта үҙ урыныбыҙҙы таптыҡ, русса, инглизсә, ғәрәпсә лә нәҡ үҙебеҙҙең туған телебеҙ аша өйрәндек.
Бөгөнгө көндә ҙур көрәштәр, ауырлыҡтар менән яулап алынған, атай-бабайҙарыбыҙ һаҡлап беҙгә еткергән тыуған еребеҙҙә рәхәтләнеп йәшәйбеҙ, тормош көндән-көн яҡшыра, һәр ерҙә байлыҡ-муллыҡ, ҡыуанырлыҡ ҡына. Ләкин үҙәкте өҙҙөргән шундай мөһим мәсьәлә — әсә телен өйрәнеү тора.
Тик туған телде яҡшы белгәндән һуң ғына уның аша башҡа телдәрҙе өйрәнергә мөмкин. Шунда ғына инде баланың, ата-әсәнең теләген һорарға мөмкин. Үҙ туған телендә тәрбиәләнгән, уны яҡшы белгән, ҡәҙерләгән кеше генә ысын кеше була ала, бөгөнгө буталсыҡ тормошта үҙ урынын, үҙ тәғәйенләнешен табып, аҙашмайынса бәхетле йәшәй ала.
Ҡәҙерле туғандар, милләттәштәр! Ғәфләт йоҡоһонан уянырға ваҡыт! Эште бөгөн башлайыҡ, сөнки иртәгә һуң булыуы бар! Донъя малына, ваҡыт юҡлыҡҡа һылтанып, үҙ балаларыбыҙҙы әсә телебеҙ — туған телдән яҙҙырып ҡуймайыҡ! Башҡорт халҡының арҙаҡлы улы Рәми Ғарипов әйткәндәй:
Әсәм теле миңә сәсән теле,
Унан башҡа минең халҡым юҡ!
Йөрәгендә халҡы булмағандың