Все новости
Социаль мөхит
16 Октября 2017, 12:44

ТЫУҒАН ЕРҘӘН ТУЙҒАН ЕР ЯҠШЫ

HeadHunter порталы, кем ҡайҙа нисек эшләргә теләй, тигән юҫыҡта республикала тикшеренеү үткәргән. Һөҙөмтәлә һәр өсөнсө Башҡортостан Республикаһы кешеһенең тыуған төбәген ташлап китергә әҙер булыуы күренгән.

HeadHunter порталы, кем ҡайҙа нисек эшләргә теләй, тигән юҫыҡта республикала тикшеренеү үткәргән. Һөҙөмтәлә һәр өсөнсө Башҡортостан Республикаһы кешеһенең тыуған төбәген ташлап китергә әҙер булыуы күренгән.

Тыуған ерҙе ҡалдырырға уларҙы бындағы эш хаҡының түбән булыуы этәрә. Башҡортостанды ташлап тиҙерәк ситкә олағырға теләүселәрҙең иң күбе Учалыла – бында йәшәгәндәрҙең 56%-ы бөгөндән арттарына ла ҡарамай республиканан ҡасырға әҙер. Икенсе урында Сибай - 54%. Артабанғы почетлы урынды Күмертау һәм Мәләүез ҡалалары алып тора, был ике ҡала халҡының 54% -ы тыуған еренән китергә әҙер. Башҡа ҡалаларҙан да ҡасырға теләүселәр күп: Ишембай, Нефтекама, Благовещенскта йәшәүселәрҙең 47%-ы матур эш хаҡы артынан ҡайҙа булһа ла китергә әҙер. «Ҡасып киткәс ҡайҙа бараһың?» - тигән һорауға халыҡ иң һәйбәт төбәк тип түбәндәгеләрҙе атаған: Мәскәү, Санкт-Петербург, Сочи, Ҡазан, Ямал-Ненец округы, Ханти-Манси автономиялы округы. Ни өсөн тап ошо төбәктәр икәнен әйттек: эш хаҡы юғары булыуы, престиж һәм торлаҡ алыуы уңайлыраҡ. Әле генә Республика көнө үтте, трибуналарҙан алға барабыҙ, барыһы ла үҫә, нығына, тип һөйләнеләр түгелме?

Әлеге ҡасып китергә теләүселәрҙең мөмкинлеге булып, ҡапыл ғына ҡутарылып сығып китһә, Башҡортостандың ярты халҡы юҡҡа сығасаҡ. Нимә дөрөҫ эшләмәйбеҙ, нимәһе улай түгел? Ниңә 2 миллионлаған кеше тыуған еренән биҙҙе? Был һорауға һәр кем үҙенсә яуап бирер, моғайын.

Зилә ҒӘЙЕТҠОЛОВА

Читайте нас: