Юшатыр
-6 °С
Облачно
ҮҘЕБЕҘ ХАҠЫНДА ҮҘЕБЕҘ
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
Все новости
Социаль мөхит
27 Октября 2017, 16:11
КҮҢЕЛДӘР ҒӘРИП БУЛМАҺЫН
Күмертауға эш сәфәре менән БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың мәғариф, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары, 2010 йылдағы Ванкуверҙағы Паралимпия уйындарының саңғы ярышы һәм биатлон буйынса 4 тапҡыр чемпионы, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры Ирек Зарипов килде.
Күмертауға эш сәфәре менән БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың мәғариф, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары, 2010 йылдағы Ванкуверҙағы Паралимпия уйындарының саңғы ярышы һәм биатлон буйынса 4 тапҡыр чемпионы, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры Ирек Зарипов килде.
Ирек Айрат улы «Уңайлы мөхит» федераль программаһын үтәүҙе тикшереү маҡсатында Реабилитация үҙәген, өлкәндәр поликлиникаһын, төҙөлөп ятҡан Боҙ һарайы майҙансығын, Физкультура-һауыҡтырыу комплексын ҡарап сыҡты. Оҙайлы «Уңайлы мөхит» маҡсатлы дәүләт программаһы һаулыҡтары буйынса мөмкинлектәре сикләнгәндәр, халыҡтың аҙ хәрәкәтләнгән төркөмдәре өсөн тотҡарлыҡһыҙ мөхит булдырыуҙы күҙ уңында тота. Ирек Зарипов ниндәй проблемалар менән осрашырға тура килгәнен яҡшы белгәнгә күрә, барған ерендә пандустарҙы үҙе менеп ҡарап тикшерҙе.
Реаль эштәр программаһына ярашлы, мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн ҡулайлаштырып эшләнгән Күмертауҙың 3-сө китапханаһында ҡала етәкселәре, спортсылар менән түңәрәк өҫтәл дә үткәрҙе ул. Белеүегеҙсә, Ирек Айрат улы беҙҙең ҡалаға беренсегә килмәй. Астың хәлен туҡ белмәй тигәндәй, уның шулай Күмертау властарына, халҡына ниндәйҙер фажиғә йәки башҡа сәбәптәр арҡаһында ғәрип ҡалған кешеләргә иғтибар ныҡ булырға тейеш икәнлеген иҫкә төшөрөп тороуы һәйбәт. Һәм был һап-һауҙар өсөн дә оло һабаҡ – кеше ниндәй генә хәлгә төшһә лә кеше, көслө шәхес булып ҡалырға, рухы һынмаҫҡа тейеш, юҡһа беҙҙең арала уҫлаптай әҙмәүер булып та, ғәрип күңеллеләр юҡ түгел.
Фото ҡала хакимиәте сайтынан
Читайте нас:
Новости партнеров
Был стипендия кемдәргә түләнә?
На уровне молекул
Азык-төлеккә талон системасы кертелергә мөмкин