Все новости
Социаль мөхит
27 Октября 2017, 16:09

ҠЫРСЫНТАШ ЯҠШЫРАҠ

Зәк-Ишмәт ауылында ППМИ программаһы буйынса Көйөргәҙе урамындағы 1,2 км юлға ҡырсынташ түшәү ҡаралғайны. Ошо көндәрҙә улар был эште тамамлап та ҡуйҙы.

Зәк-Ишмәт ауылында ППМИ программаһы буйынса Көйөргәҙе урамындағы 1,2 км юлға ҡырсынташ түшәү ҡаралғайны. Ошо көндәрҙә улар был эште тамамлап та ҡуйҙы.

Эштең һөҙөмтәһен күрергә район хакимиәте башлығы Әхәт Йәүҙәт улы Ҡотлоәхмәтов үҙе килде. Ул: «Юлды яҡшы эшләгәнһегеҙ. Артабан да программала ҡатнашып, башҡа юлдарығыҙҙы ла тәртипкә килтерергә кәрәк буласаҡ», - тине.

Юлды төҙәтеү өсөн зәк-ишмәттәргә республика бюджетынан 380 мең һум аҡса бүленгән. 60-ар мең һум менән ауыл халҡы, спонсорҙар һәм ауыл советы ярҙам иткән. Ауылға яҡын ерҙәрҙә тик ҡыҙыл балсыҡ ҡына булғас, улар ҡырсынташты йырағыраҡ булһа ла, Марьевка карьерынан ташырға ҡарар итә. Шулай итеп, сығымдар күберәк талап ителһә лә, ҡыҙыл балсыҡтан йөрөгәнсе, ҡырсынташтан йөрөүе яҡшыраҡ, юлдың сифаты мөһимерәк, тиҙәр улар.

Хәлиҙә ӘХМӘТОВА фотоһы

Читайте нас: