Әле Рәсәйҙә халыҡтың хеҙмәт йәшенән олораҡ өлөшө 23,5 процент булһа, 2021 йылға был күрһәткес 26,7 процентҡа етәсәк, тип күҙаллана. Һөҙөмтәлә социаль хеҙмәтләндереүгә мохтаж кешеләр һаны ла арта бара. Башҡортостанда 2008 йылда ундайҙар 224 мең кеше булһа, былтыр ошо күрһәткес 384 меңгә етте. Уларҙың күпселеген ҡарттар һәм инвалидтар тәшкил итә.
Башҡортостанда оло йәштәгеләр һәм инвалидтарҙы ғаиләләргә алыу буйынса “ҡыҙыу линия” эшләй башланы. Һорауҙарға Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы белгестәре яуап бирә. Ошо мәсьәлә буйынса эш көндәрендә 8-347-218-06-87 йәки 8-347-286-21-73 телефондары буйынса шылтыратырға була.
Быйыл 24 ҡабул итеүсе ғаилә, 2018 йылда – 124, 2019 йылда 154 бындай ғаилә булдырыу ҡаралған.