Все новости
Социаль мөхит
8 Ноября 2017, 14:15

ЯҘМЫШ…

Юл насар булыуға ҡарамаҫтан, көҙгө моңһоу көндәрҙең береһендә беҙ, район «Рамаҙан» мәсете имам-хатибы һәм мөъәзине, элекке «Мораптал» тоҡомсолоҡ совхозы үҙәге булған Свобода ауылының ҡарттар йортона юлландыҡ.

Юл насар булыуға ҡарамаҫтан, көҙгө моңһоу көндәрҙең береһендә беҙ, район «Рамаҙан» мәсете имам-хатибы һәм мөъәзине, элекке «Мораптал» тоҡомсолоҡ совхозы үҙәге булған Свобода ауылының ҡарттар йортона юлландыҡ.

Быҫҡаҡ ямғырҙан һуң юл лыстырлап ята, етмәһә, машиналар күп йөрөүҙән соҡорсалар барлыҡҡа килгән. Ниәт итеп алғас, туҡтау юҡ. Ҡасандыр совхоз үҙәге булған ҙур ауыл яртылаш бөткән, беҙҙе ватыҡ тәҙрәле йорттар ҡаршыланы. Совет осоронда Свобода (халыҡ уны совхоз тип йөрөтә ине) ҡалаларыңдан ары торорлоҡ ине бит. Үҙ икмәк бешереү цехы ла булды. Совхоз икмәге бик тәмле ине. МТС-ында бар булған ауыл хужалығы машиналары өлөштәре эшләнелә ине.

Бына ул район буйынса йыйылған ҡарттарҙың төйәк иткән бинаһы. Приют мөдире Әҡсән Ҡаҙаҡбаев беҙҙе әйҙүкләп ҡаршылай. Бар ерҙә бөхтәлек күҙгә ташлана. Етәксенең егәрлелегенән был.

Барлығы әлегә 28 оло йәштәге кеше. Әлегә тимен, сөнки оҙаҡламай Мәләүез районынан тағы ла 10 оло кешене килтермәкселәр икән. Приютты 22 кеше хеҙмәтләндерә.

Бүлмәләрҙең береһенә керәбеҙ. Ул ярайһы ғына бөхтә. Өс ағай йәшәй. Төшкө аштан һуң ял итеп алырға булғандар икән. Беҙҙе күргәс, тиҙ генә тора һалдылар. Ҡайҙан килеүҙәре тураһында һорашабыҙ. Ҡунаҡбай, Ялсыҡай һәм Йомағужа ауылынан килгән ағайҙар булып сыҡтылар. Йәш саҡтарын иҫкә алдылар. Барыһының да балалары бар. Электән башҡорт, татарҙар араһында ата-әсәһенән баш тартыусылар булмаған. Ә улар ни ғиллә менәндер ҡарттар йортонда. Күрәһең, балаларына шундай тәрбиә бирелгән, тигән уй килә башҡа ихтыярһыҙҙан.

Күрше бүлмәлә Ҡаҙарма ауылынан килгән инәй. Ул ғүмере буйы яңғыҙы йәшәгән. Инсульт булғас, бында килгән. Аллаға шөкөр, таяҡҡа таянып һәм бағыусылар ярҙамы менән йөрөй ала. Бүлмәләрҙә телевизор ҙа, радио ла бар. Инәйебеҙ «Юлдаш» радиоһын тыңлай ине. Беҙҙең килеүгә шул хәтлем дә шатланды! Ауылын, иптәштәрен иҫкә төшөрөп алды.

Беҙҙән башҡа бында Иҙәк-Ишмәт, Таймаҫ ауылдары мәсеттәре имамдары ла килеп китә икән. Уларға район мәсете исеменән оло рәхмәт белдерәбеҙ. Әҡсән Ғайса улы беҙҙе күптән саҡыра инде. Тик ваҡыт табып булмай ине. Ниһайәт, бына Аллаһ юлын асты. Киләсәктә уларҙың коллективына ауыр ҙа, тынғыһыҙ ҙа эштәрендә уңыштар теләйбеҙ.

Азат КИНЙӘ


ӘҘГӘ ГЕНӘ БӘХЕТЛЕ ИТЕГЕҘ
«Юшатыр» көнүҙәк, актуаль темаларҙы күтәреп сыға. Әле яңыраҡ гәзиттең интернет селтәрендәге төркөмөндә журналист Азат Кинйәнең «Яҙмыш…» мәҡәләһен уҡып сыҡтым. Тормошобоҙҙа ундай хәлдәр хәҙер һирәк түгел.

Миңә 90-сы йылдарҙа ҡала эргәһендәге ҡасабалағы ҡарттар йортона бер-нисә йыл гел йөрөргә тура килде. Аҙнаһына бер мотлаҡ бара инем. Әле аяғында йөрөгән, ауыл өйөндә тороп, үҙен ҡарай ала торған Ф. инәйҙе (әҙерәк бөкөс ине, кейәүгә сыҡмай, ғүмер буйы әсәһен тәрбиәләне) бер туған ҡустыһы һәм уның балалары ошо йортҡа килтереп тапшырҙы. Был эш башланғас та, уның һығылып илауы – әле лә күҙ алдымда. Әтеү теге төп йортта ул аяҡ аҫтында ҡамасаулап йөрөй, дача итеп алдылар. «Килен, һиңә генә таянам, һин өмөтөм, килеп йөрө», – тип иланы (иптәшемдең йырағыраҡ туғаны ине). Ысынын да башҡа кеше килеп йөрөмәне тиерлек (йылына бер-ике килһә килгәндәрҙер). Унда ла ваҡ-төйәк нәмәләр кәрәк булып тора: ул ҡайсы, ул еп, ойоҡ... хатта бер еңел куртка тигәс – уны ла алып бирҙем. Барғанда күп итеп ҡоймаҡ бешерәм, барыһына ла етһен тип. Әжере итептер инде, һиңә мамыҡ шәлемде бирәм, тип сумаҙанын асһа, аптырап китте – яңы шәлде туҙғанға алмаштырғандар (әле лә шул шәлде билгә урап йөрөйөм). Бер палатанан икенсегә күскәндә бәйләп алып килгән башалтайҙарын алып бөткәндәр... Ф. апай торған бүлмәлә 6 кеше ине. Төрлө хәлдәгеләре бар. Ололарҙы ҡарайҙар, тиһегеҙ... Ундағы һейҙек һ.б. еҫ, оҙаҡ ултырырлыҡ түгел. Улар шул хәтлем бахырҙар, йылы һүҙгә мохтаждар. Кем сауап алырға теләй, барығыҙ, берәйһен булһа ла, әҙгә генә булһа ла бәхетле итегеҙ.

Фотолағы апай минең Ф. апайға оҡшаған, шулай алсаҡ ине. Иҫкә төшөрҙөгеҙ, илаттығыҙ.

Зәйтүнә КӨҪӘПОВА (ИЛЬЯСОВА)
Салауат ҡалаһы

Читайте нас: