Все новости
Социаль мөхит
17 Ноября 2017, 18:55

ТАЙМАҪТАРҘА ҠАРТЛЫҠ ҠАЙҒЫҺЫ

Ауыл советы хакимиәте ҡаршыһындағы, совхоздан ҡалған ятаҡты ҡарттар өсөн генә тәғәйен, тинеләр, кем яңғыҙ ҡалған, ҡарар кешеһе юҡ, шәхси йорттан ошонда күсә лә йәшәй ине. Унда оло әбей-бабайҙарға йәшәү өсөн уңайлы. Хәҙер бындағы бүлмәләрҙе сит кешеләргә һаталар, кем теләй, шул хосуслаштырып бөттө. Ниңә улай? Мин дә оло йәштәмен, балаларым ситтә, ғүмер буйы ошонда йәшәгәс, улар янына ят ергә китке килмәй. Үҙем дә шул ятаҡҡа барып йәшәргә самалап йөрөй инем, хәҙер бүлмәләрҙе үҙҙәренеке итеп бөткәс, мин ни эшләргә тейеш? Минең кеүектәр күп, улар ҙа ҡайҙа барһын? Ошо ике ҡатлы йортто оло йәштәгеләр өсөн ҡалдырһындар, ә һатмаһындар ине. Исеменән әйтергә теләмәгән инәй

Ауыл советы хакимиәте ҡаршыһындағы, совхоздан ҡалған ятаҡты ҡарттар өсөн генә тәғәйен, тинеләр, кем яңғыҙ ҡалған, ҡарар кешеһе юҡ, шәхси йорттан ошонда күсә лә йәшәй ине. Унда оло әбей-бабайҙарға йәшәү өсөн уңайлы. Хәҙер бындағы бүлмәләрҙе сит кешеләргә һаталар, кем теләй, шул хосуслаштырып бөттө. Ниңә улай? Мин дә оло йәштәмен, балаларым ситтә, ғүмер буйы ошонда йәшәгәс, улар янына ят ергә китке килмәй. Үҙем дә шул ятаҡҡа барып йәшәргә самалап йөрөй инем, хәҙер бүлмәләрҙе үҙҙәренеке итеп бөткәс, мин ни эшләргә тейеш? Минең кеүектәр күп, улар ҙа ҡайҙа барһын? Ошо ике ҡатлы йортто оло йәштәгеләр өсөн ҡалдырһындар, ә һатмаһындар ине.

Исеменән әйтергә теләмәгән инәй


Барлыҡ Таймаҫ ауылында йәшәүсе оло йәштәгеләр исеменән тип шылтыратҡан инәйҙең һорауына яуапты ауыл советы хакимиәте хеҙмәткәрҙәренән белештек.

Филүзә ВӘЛИДОВА, Таймаҫ ауыл советы хакимиәтенең эштәр идарасыһы:

- Ҡасандыр бар республикаға билдәле “Таймаҫ” совхозы тарҡалғас, был ятаҡ яҙмышы һауала аҫылынып ҡалды. 2006 йылда ятаҡ статусы алынып, ул күп фатирлы йорт статусына эйә булды. “Ҡарттар йорто” тигән исем ҡушыу уға бөтөнләй урынһыҙ. Бында, идея булды, әлбиттә, ҡасандыр, тик ул идея булып ҡалды. Хәҙер һәр кем торлағын хосуслаштыра быға бер кем дә ҡаршы була алмай. Яңы Таймаҫта барлығы 4 күп фатирлы йорт һанала, шуларҙың өсәүһе силсәүит балансында, бына был ятаҡты ла үҙебеҙҙең балансҡа индереү процедураһы бара. Ятаҡтағы 20 бүлмәнең 14-е шәхси ҡулға күскән дә инде. Ҡайҙа барырға белмәгән, балалары ҡарамаған инәй-бабайҙар өсөн күрше генә Свобода ауылында ололар йорто бар. Дөрөҫөн әйткәндә, ололарҙы балалары ҡарарға тейеш, ата-әсәһен дә онотҡан бәндәләр ниндәй кеше була икән?

Ильяс Юлдыбаев, Таймаҫ ауыл советы хакимиәте башлығы:

- Был ятаҡта, ысынлап та, оло йәштәгеләр өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә бар: йылы һыу, газ бар, бәҙрәф эстә. Ғөмүмән, был йорт оло йәштәгеләр өсөн тип тәғәйен төҙөлмәгән. Уны күптән хосуслаштырып бөтөп баралар, силсәүиттең бер ҡыҫылышы ла юҡ унда. Хужалар үҙ-ара һөйләшәләр ҙә һаталар, беҙ хатта кем пропискала икәнен дә аңламай ҡалабыҙ.

Ришат Сабанчин, элекке ауыл советы хакимиәтенең эштәр идарасыһы:

- Был ике ҡатлы йорт ятаҡ итеп төҙөлдө. Совхоз бөткәс, оло йәштәгеләр өсөн тулай торлаҡ итеп бирҙеләр, шунан әбей-бабайҙар йәшәй башланы. Оло йәштәгеләр бүлмәләрҙе хосуслаштырҙылар, улар мәрхүм булғас, вариҫтары бушап ҡалған торлаҡты сит кешеләргә һаттылар. Был йортта ҡарттар ғына йәшәһен тигән закон юҡ бит. Бинаны ҡасандыр совхоз төҙөгән. Әгәр үҙ ваҡытында район хакимиәте унда оло йәштәгеләр генә йәшәһен, тип берәй ҡарар сығарған булһа, бәлки, бөгөн икенсерәк булыр ине. Мин эшләгән саҡта йорт ауыл советы балансында тормай ине.
Диана ҠОТЛОБАЕВА фотоһы
Читайте нас: