Все новости
Социаль мөхит
28 Ноября 2017, 16:15

КЕМ БУЛЫР АУЫЛ АДВОКАТЫ?

Бахмут ауылында яңыраҡ бер ир - электрик, бағана башына менеп утты йүнәткән, көнө дымлы булғанғамы, быны ток һуҡҡан.

Бахмут ауылында яңыраҡ бер ир - электрик, бағана башына менеп утты йүнәткән, көнө дымлы булғанғамы, быны ток һуҡҡан. Улай уҡ ҡурҡынысы юҡтыр, тип уйлап, ир кеше ҡайта ла ята. Ҡатыны һарай тирәһенә сыҡҡылап кергәнсе, ире йән дә биргән. Әле нимәнән үлгәнен асыҡлай алмайҙар. Ошо уҡ көндәрҙә Бахмутҡа күрше ауылда бер ирҙе полиция тота, аҙ-маҙ утын тейәп алып ҡайтҡан була ир, эшлекле полицай Сүриәлә йөрөгән террорсыны тотҡанмы ни, ҡурҡыта башлай, енәйәт эше асам, фәлән-төгән, ти. Ғүмере буйы ауыл өсөн эшләгән, пенсияға ла күп ҡалмаған, ауылдан да сыҡмаған кеше ғүмерен өҙөргә ҡарар итә. Бер силсәүиттә ике ваҡиға, береһе береһенә оҡшамаған да кеүек, тик, беҙҙеңсә, бында ниндәйҙер уртаҡлыҡ бар. Беренсеһендә, ток һуҡҡан иргә ярҙам күрһәтергә, медиктар янына ебәрергә йәки врачтың үҙен саҡырырға береһенең дә уйына килмәй. Икенсеһендә лә ябай ауыл иренә терәк-таяныс булыусы табылмай. Утын да булған нәмә, Сталин заманы түгел, тиергә, полиция менән һөйләшергә. Адвокат ялларға беҙҙең һымаҡтың башы йәки аҡсаһы етмәй, шуға ла һәр ерҙә ауыл адвокаттары булырға тейеш. Кем булыр бөгөн ауыл адвокаты? Силсәүитме, ағинәйҙәрме, депутаттармы, кем? (М. Кәрим повесын уҡып ҡарарға ине бәғзеләргә). Эт өйөрө ойошмалар төҙөнөк, депутат, староста һымаҡтар бар (улар әллә һайлау алдынан саптырырға ғына эшкинәме?), ә бәндәнең йөрәгенә инеп ҡарар, хәлең нисек, тип һорар Кеше юҡ. Үкенес һәм аяныс ҡына тултыра бөгөн күңелде.
Читайте нас: