Все новости
Социаль мөхит
12 Декабря 2017, 14:27

ҠАЙҘА ФАП?

Республиканың Иҡтисади үҫеш министрлығы 79,5 млн һумға 23 модулле фельдшер-акушер пункты алырға булғайны.

Республиканың Иҡтисади үҫеш министрлығы 79,5 млн һумға 23 модулле фельдшер-акушер пункты алырға булғайны.

63 квадрат метрлыҡ бындай модуль ФАП-тар 7 бүлмәнән тора. Унда фельдшер, процедуралар кабинеттары, көтөп ултырыу бүлмәһе һәм тағы ла бер нисә ярҙамсы бүлмәләр ҡаралған. Фармацевтик һыуытҡыс, йылы һыу ҙа бар унда. Электр энергияһы менән йылытыла. Модулле ФАП-тар бөтә санитар нормаларға яраҡлаштырылған. Алдан әҙерләнгән урынға әҙер завод модулдәрен генә килтереп ҡуялар.

Бындай пункттарҙы Башҡортостандың 23 ауылында ҡуйыу ҡаралды. Ошондай бер ФАП өсөн 3 млн. һум тирәһе аҡса талап ителә. Бындай заманса йыһазландырылған медицина учреждениелары 2016 йылда республиканың бер нисә районында, быйыл Әбйәлил районында икәү, Асҡында берәү төҙөлөп ҡуйылды ла инде.

Беҙҙең районда ла модулле ФАП төҙөләсәк, тип бик күп һөйләнелде, был турала бер нисә тапҡыр яҙып сыҡтыҡ. Тәүҙә уны Яңы Таймаҫҡа ҡуябыҙ тинеләр, аҙаҡ нығыраҡ кәрәкле тип Көйөргәҙе ауылына күсерҙеләр. Йыл үтеп бара, әммә ул әле һаман юҡ. Үҙенән-үҙе: «Ә нишләп һаман юҡ?» - тигән һорау тыуа.

Был һорау менән республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығына сығып ҡараныҡ. Унда: «2018 йылға ҡалдырҙыҡ. Эштең барышы бүленгән аҡсанан тора. Беҙҙең планда Яңы Таймаҫ ауылы ҡаралған. Ҡайһы ауылға ҡуйыу яҡшыраҡ булыуын урында ла хәл итергә мөмкиндәр», - тинеләр. Ни өсөн быйыл ҡуйылмауҙың тағы ла бер сәбәбе асыҡланды. Был модуль ФАП-тарын заводта эшләп өлгөртә алмайҙар икән. Әле яңыраҡ Һаулыҡ һаҡлау министрлығы модулле ФАП-тар әҙерләү өсөн «Башевроклуб» Нефтекама заводы менән контракт төҙөнө. Был компания 79,1 млн һумға (тәүге хаҡтан 0,5%-ҡа кәмерәк), контрактты үтәргә теләк белдергән.

Фотола: Учалы районының Рафиҡ ауылындағы модулле ФАП.

Читайте нас: