Все новости
Социаль мөхит
15 Декабря 2017, 16:33

БЕҘҘӘ РЕМОНТ ГӨРЛӘЙ

Гәзит уҡыусыларыбыҙ менән бәйләнеш яҡшы беҙҙең. Шатлыҡтары булһа ла, берәй проблема борсоһа ла, берәй һорауҙарына яуап таба алмаһалар ҙа, улар беҙгә йә шылтыраталар, йә үҙҙәре үк килеп етә.

Гәзит уҡыусыларыбыҙ менән бәйләнеш яҡшы беҙҙең. Шатлыҡтары булһа ла, берәй проблема борсоһа ла, берәй һорауҙарына яуап таба алмаһалар ҙа, улар беҙгә йә шылтыраталар, йә үҙҙәре үк килеп етә.

Бына әле яңыраҡ тағы бер шылтыратыу алып ҡыуандыҡ. Свобода ауылының ҡарттар йорто мөдире Әҡсән Ғайса улы Ҡаҙаҡбаев шылтыратып, үҙе үк: «Һеҙ гәзитегеҙҙә ҡарттар йортонда ремонт буласаҡ, тип яҙғайнығыҙ. Бына ун көн элек ремонт башланды беҙҙә. БР Хеҙмәт министрлығы һәм Пенсия фондынан 784 мең һум аҡса бүленгәйне. 13 палатабыҙҙың түбәләрен тигеҙләнеләр, стеналарын штукатурлап, 4 төрлө төҫкә буяп та ҡуйҙылар инде. Әлеге көндә иҙәнгә плита түшәйҙәр. Декабрҙең 20-ләренә ремонтты тамамларбыҙ, тип торабыҙ. Беҙҙә бөгөнгө көндә 28 кеше йәшәй, 22 кеше хеҙмәт итә. Ремонт булғас, ҡарттарыбыҙҙы тегендә-бында күсереп, бер аҙ борсорға ла тура килә. Ремонттан һуң беҙҙе тағы ла арттырмаҡсылар, йәшәүселәребеҙҙе 40-ҡа еткермәкселәр», - тине ул.
Читайте нас: