Все новости
Социаль мөхит
15 Декабря 2017, 16:49

ЙӨРӨГӨ ГЕНӘ КИЛЕП ТОРА

Ошо көндәрҙә Урта Бабалар ауылының 1 км 600 метр самаһы юлын Яҡшымбәт ауыл советы хакимиәте башлығы Юнир Сынбулатов үҙ көсө менән күтәрттерҙе.

Ошо көндәрҙә Урта Бабалар ауылының 1 км 600 метр самаһы юлын Яҡшымбәт ауыл советы хакимиәте башлығы Юнир Сынбулатов үҙ көсө менән күтәрттерҙе. Фермерҙар Илшат Мөхәмәтйәнов, Риф Әйүпов, Урал Ғәлимов үҙҙәренең техникалары менән ҡырсынташ һалдылар. Эшҡыуар Фәнис Фәйезов был эштә шулай уҡ ҙур ярҙам итте. Лида Солтангәрәева эшселәрҙе тәмле аштар бешереп һыйланы. Юлыбыҙ матур, тигеҙ булып ҡалды. Был юлдан хәҙер йөрөгө генә килеп тора. Бар ауыл халҡы исеменән Юнир Ирек улына һәм ярҙам ҡулы һуҙыусы эшҡыуарҙарҙың барыһына ла оло рәхмәт әйтке килә.

Хәсән СӘҒИТОВ,
Урта Бабалар ауылы старостаһы
Д. ҠОТЛОБАЕВА фотоһы

Читайте нас: