Ермолаево ауылының 2-се һанлы мәктәбе ҡаршыһындағы күпергә киләһе йылда ремонт яһаясаҡтар. Район хакимиәте башлығының архитектура һәм төҙөлөш буйынса урынбаҫары Ринат Килдебаев әйтеүенсә, был күпер иҫкергән.
- Айсыуаҡ ауылы халҡы ошо күпер аша йөрөй, йөк машиналары ла шунан үтә. Ваҡытында ремонтлап ҡуйыр кәрәк. Быға яҡынса 15 млн һум аҡса китәсәк. Әле документ эштәре менән йөрөйбөҙ, ә ремонт киләһе йылда башланыр, тип өмөтләнәбеҙ, - ти Ринат Ирек улы.