Все новости
Социаль мөхит
29 Декабря 2017, 17:26

БӘХЕТ ӨЛӘШТЕЛӘР

Күмертау балалар йортонда Яңы йыл байрамына арналған иртәлек уҙҙы.

Күмертау балалар йортонда Яңы йыл байрамына арналған иртәлек уҙҙы. Әкиәт геройҙарынан тыш балаларға ҡунаҡҡа уларҙың күптәнге дуҫтары, шефтары — ҡала ойошмалары вәкилдәре лә килгәйне. Шулай уҡ байрамда ҡала хакимиәте башлығының социаль һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Наталья Лапшина ла ҡатнашты.

Кескәйҙәр Ҡыш бабайға шиғырҙар һөйләне, йырлап-бейеп тә күрһәтте. Ә Ҡыш бабай уларға үҙенең ҙур тоғонан төрлө күстәнәстәр, бүләктәр алып бүләк итте. Байрам сараһынан һуң төркөмдәрҙә лә бүләк таратыусылар күп булды. Барыһы ла бер ҡарауға ябай ғаиләләге кеүек, әммә был ғаилә үҙенсәлекле һәм бигерәк күп балалы ғына.

Фото ҡала хакимиәте сайтынан

Читайте нас: