Все новости
Социаль мөхит
29 Декабря 2017, 17:24

МӨҒЖИЗӘЛЕ мәскәү

Яңы йыл алдынан мөғжизәләр була, тиҙәр. Минең менән дә булды мөғжизә. Илебеҙҙең баш ҡалаһы Мәскәүгә Кремлдең шыршы байрамына барыу бәхете тейҙе. Бының менән мин ғорурланам да бәхетлемен дә.

Яңы йыл алдынан мөғжизәләр була, тиҙәр. Минең менән дә булды мөғжизә. Илебеҙҙең баш ҡалаһы Мәскәүгә Кремлдең шыршы байрамына барыу бәхете тейҙе. Бының менән мин ғорурланам да бәхетлемен дә.

Кремлде һәм Ҡыҙыл майҙанды күреп хайран ҡалдым. Иң оҡшағаны Василий Блаженный сиркәүе ине. Ә инде Яңы йыл байрамы күңелдә мәңге иҫтә ҡалырлыҡ бер тылсым булды. Барыһында ла байрамса кәйеф тыуҙырған сарала матур костюмдар, биҙәүестәр, Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙың бүләктәре иҫ китмәле матур булды. Беҙ Ҡыш бабай һәм төрлө әкиәт батырҙары менән бер түңәрәктә бейенек, йырланыҡ. Ҡыҙыҡлы уйындар уйнау, музыкаль спектакль ҡарау ҙа ныҡ оҡшаны.

Яңы йыл алдынан шундай матур сәйәхәт бүләк иткәндәре өсөн барыһына ла ҙур рәхмәтлемен. Был сәйәхәт минең өсөн ҙур бәхет булды. Мөғжизәләр була ул, тик уларға ышанырға ғына кәрәк. Әлбиттә, Мәскәү миңә оҡшаны, әммә үҙемдең тыуған районымды, ауылымды нығыраҡ яратамын.

Илүзә ҒӘЛИЕВА,
Б. Бикбай исемендәге Яңы Мораптал урта мәктәбе уҡыусыһы

Читайте нас: