Все новости
Социаль мөхит
29 Декабря 2017, 17:29

ЯҢЫ ЙЫЛ КИЛДЕ БЕҘГӘ

27 декабрь көндө Таймаҫ ауылының “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһы гөр килде.

27 декабрь көндө Таймаҫ ауылының “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһы гөр килде.

Иртән баҡсаға килеп кергәс тә күңелле көй ата-әсәләрҙең һәм балаларҙың күңелдәренә байрам кәйефе өҫтәне. Сараны кескәй һәм өлкән төркөм тәрбиәселәре Илһөйәр Рыҫҡолова менән Гөлнара Исмәғилева матур итеп алып барҙы. Күңелле йырҙар, төрлө шиғырҙар һәм дәртле бейеүҙәр менән биҙәлеп барған байрамда шаян Ҡыш бабай ролен Р. Солтангәрәев исемендәге Яңы Таймаҫ гимназия-интернаты уҡыусыһы Радмир Аҙнабаев оҫта башҡарһа, уҡыусы Әминә Исмәғилева лә үҙенсәлекле Ҡарһылыу булды. Яңы 2018 йыл булып уҡыусы Ксения Дорофеева килде. Урал Исмәғилев диджей булып барыһын да бейетте һәм йырлатты. Яңы йыл иртәлеге бөтәһенә лә оҡшаны. Байрам балаларҙың да, ата-әсәләрҙең дә күңеленә хуш килде, барыһы ла рәхәтләнеп күңел асты. Күркәм сараны әҙерләп үткәргәндәре өсөн байрамда ҡатнашҡандарҙың барыһына ла рәхмәттәребеҙҙе белдерәбеҙ. Шулай уҡ кескәйҙәргә ҡупшы шыршы бүләк иткән фермер Сергей Поляевҡа ла сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәренә иҫәнлек-һаулыҡ, бәхет-шатлыҡ һәм эштәрендә уңыштар теләйбеҙ.

Ата-әсәләр ойошмаһы исеменән Олеся НИҒМӘТУЛЛИНА, Рәсимә СОЛТАНГӘРӘЕВА
Яңы Таймаҫ ауылы

Читайте нас: