Все новости
Социаль мөхит
12 Января 2018, 13:27

ӘҮҘЕМЛӘШӘБЕҘ

Күмертау ҡала башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзалары үткән йылдарға ҡарағанда былтыр әүҙемерәк булды һәм байтаҡ изге эштәр башҡарҙы.

Күмертау ҡала башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзалары үткән йылдарға ҡарағанда былтыр әүҙемерәк булды һәм байтаҡ изге эштәр башҡарҙы.

Иң беренсе маҡсатабыҙ – ҡала башҡорттарынан булған ата-әсәләр араһында балаларын туған телдә уҡытыу, тәрбиәләү, туған телен өйрәтеү буйынса аңлатыу эштәре алып барыу. Шул маҡсатта һуңғы бер нисә йылда милләттәштәребеҙ өсөн ата-әсәләр конференцияһы үткәрәбеҙ. Был иһә милли мәғарифты үҫтереү өлкәһендә ыңғай һөҙөмтәләрен бирмәй ҡалмай. М. Исҡужин исемендәге 13-сө башланғыс мәктәптә балаларына туған телендә белем һәм тәрбиә бирергә теләүсе ата-әсәләр һанының артыуы, 5-се урта мәктәптә башҡорт кадет кластары асылыуы шул хаҡта һөйләй. Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, шулай ҙа балаларының киләсәкке яҙмышын уйлап эш итмәгән милләттәштәребеҙҙе урындарынан ҡуҙғатыуы көндән-көн ауырлаша. Шуға күрә милли белем һәм тәрбиә биреүҙең әһәмиәтен аңлатыуҙа төрлө алымдар, саралар ҡулланырға тырышабыҙ. Был йәһәттән Күмертау ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте, БР Мәғариф министрлығы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты менән берлектә ойоштороп, үткәрелгән «I Исҡужин уҡыуҙары» республика фәнни-ғәмәли конференцияһы әһәмиәтле булды. Ул мәғрифәтсе яҡташыбыҙ, үҙ халҡының илһөйәре Мөхәмәт Исҡужиндың тыуыуына 90 йыл тулыуға бағышланды.

Беҙҙең ҡоролтай ағзалары Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты (конгресы) тарафынан ойошторолған сараларҙа әүҙем ҡатнашты. Торатауҙа үткәрелгән «Юрматы» ырыуы йыйынына Күмертауҙан 25 кеше барҙыҡ, ундағы концерт программаһында К. Арыҫланов исемендәге башҡорт фольклор ансамбле сығыш яһаны. Ансамблгә йөрөүселәрҙең күбеһе – беҙҙең башҡарма комитет ағзалары.

БР Хөкүмәте ҡарары буйынса күрше Ырымбур өлкәһенең Гай районында һабантуй ойоштороуҙы үткәреү Күмертау ҡалаһына йөкмәтелгәйне. Алдыбыҙға ҡуйылған бурысты тулыһынса уңышлы башҡарып сыҡтыҡ, сара юғары кимәлдә үтте. Ҡалабыҙ тарафынан һабантуй майҙанына өс милли тирмә ҡуйылды, көнкүреш-ҡулланыу халыҡ ижады әҫәрҙәренән күргәҙмәләр ойошторолдо. Егеттәребеҙ милли көрәштә бил һынашты. Ижади коллективтарыбыҙ сығыштарын күрше өлкәләге милләттәштәребеҙ танһыҡ менән ҡабул итте.

Күмертау ҡала башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты янында ойошторолған Ағинәйҙәр ойошмаһы ҡалабыҙҙың төрлө мәҙәни сараларында, байрамдарында берҙәм ҡатнашты. Уны уҡытыусы Менәүәрә Мырҙағолова уңышлы етәкләй. Баш ҡалала үткән Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йыйынында Менәүрә Мырҙағолова, Римма Ғөбәйҙуллина, Земфира Усманова, Зилә Әбхәлимовалар ҙа ҡатнашты.

Күмертауҙа Шәжәрә байрамдары үткәреү күптән инде күркәм йолаға әүерелде. Унда йылдың-йылы төрлө милләт вәкилдәре ҡатнаша. Беҙҙекеләр һәр саҡ был сарала уңышлы сығыш яһап, бүләктәргә лайыҡ була. 2017 йылда Рөстәм менән Айгөл Халиҡовтар ғаиләһе ошо матур йоланы үтәп, уны уңышлы дауам иттерҙе.

Күмертау ҡала башҡорттары ҡоролтайы эшендә әүҙем ҡатнашҡан башҡарма комитет ағзаларынан түбәндәгеләрҙе атар инем: Менәүәрә Мырҙағолова, Земфира Усманова, Лилиә Ҡаранаева, Рима Арыҫланова, Әлфиә Шәрипова, Гөлнара Әминева, Әнисә Түләгәнова, Альмира Биктимерова, Римма Ғөбәйҙуллина, Тәлғәт Шаһманов, Ләлә Айтуғанова, Әнүәр Уразаев, Илдар Мырҙағолов. Төрлө саралар үткәреүҙә матди һәм аҡсалата ярҙам күрһәткәндәре өсөн «Акрополь» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Хәйҙәр Миншәриф улы Ғайсинға, «Юж-Урал-Ойл» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры, III һәм IV Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаты Зиннур Закир улы Исхаҡовҡа оло рәхмәт әйтәбеҙ. Бигерәк тә, ҡала башҡорттары ҡоролтайы тормошонда әүҙем ҡатнашҡан РПЛИ, 3-сө БРГИ, М. Исҡужин исемендәге 13-сө башланғыс мәктәп, 5-се урта мәктәп, К. Арыҫланов исемендәге фольклор ансамбленә, «Юшатыр» гәзите, «АРИС» телерадиокомпанияһы коллективтарына рәхмәтлебеҙ.

Беҙ былтыр ҡоролтай эшен үткән йылдарҙағы эштәребеҙгә йомғаҡ яһауҙан, пландар ҡороуҙан башлағайныҡ. Быйыл да эште шулай дауам итергә йыйынабыҙ. Кәңәшле эш тарҡалмаҫ, тип халҡыбыҙ белмәй әйтмәгән.
Читайте нас: