Все новости
Социаль мөхит
16 Января 2018, 14:14

ЭСМӘГЕҘСЕ, ӘСӘЛӘР!

Үткән шәмбе, төнгө 12-ләр тирәһендә, район хакимиәте хеҙмәткәренә шылтыраталар: район ауылдарының береһендә ирле-ҡатынлы күп балалы ғаилә эсеп ята (балалары 5-әү).

Үткән шәмбе, төнгө 12-ләр тирәһендә, район хакимиәте хеҙмәткәренә шылтыраталар: район ауылдарының береһендә ирле-ҡатынлы күп балалы ғаилә эсеп ята (балалары 5-әү). Сара күрегеҙ. Баҡһаң, эскән парҙың үҫмер ҡыҙы туғандарына: “Атайым да, әсәйем дә иҫерек, ике айлыҡ туғаным илай ҙа илай, тымыҙып булмай”, - тип шылтыратҡан икән. Туғандары шунда уҡ силсәүиткә, ә силсәүит үҙ сиратында хакимиәт номерын йыя һалған. Сара күрелә, балалар тартып алына, приютта урын юҡ, ваҡытлыса дауаханаға урынлаштыралар сабыйҙарҙы. Ҡыҙғаныс хәл, хатта ҡурҡыныс. Беҙҙе тик бер генә нәмә уйға һалды. Белешеүебеҙсә, был парға “эскеселәр” тигән исемде тағып булмаһа ла, һирәк булһа ла “ваҡытлыса” ысҡынған мәлдәре булып алғылаған икән. Бала кеше, билдәле, борсолғандыр, ҡурҡҡандыр, туғандарына хәбәр иткәндер. Ошо ерҙә туған тигән кешеләр үҙҙәре килеп ярҙам итә алмай инеме икән? Мотлаҡ рәсми органдарға хәбәр итергә инеме? Заманаһы хәтәр бит, баланы ғаиләнән тартып алыр өсөн күп сәбәп кәрәкмәй. Бәлки, был ситуацияны тыныс ҡына, йорттан сүп сығармай ғына хәл итергә лә булғандыр, тибеҙ. Тота һалып телефон трубкаһына йәбешкәнсе, тегеләр янына барып килеү ҙә еткәндер. Мәсьәләнең бар яғын белеп бөтмәйенсә нимәлер әйтеү ҙә ҡыйын. Балалар ғына йәлке, иң мөһиме улар ата-әсә наҙынан мәхрүм ҡалмаһындар. Ҡатын-ҡыҙ бөйөклөгөн юғалтмағыҙсы, эсмәгеҙсе, әсәләр! Сөнки үҙҙәрендә ихтыяр көсө булмаған, бәләкәстәре йөрәгенә уңалмаҫ яра һалған атай-әсәйҙәрҙе тура юлға тартыу ауыр, бик ауыр.
Читайте нас: