Все новости
Социаль мөхит
19 Января 2018, 13:54

ЙӘШӘГЕ КИЛЕП КИТТЕ

Мин Көйөргәҙе районы Свобода ауылы интернатында йәшәйем. Бында 2004 йылда килдем.

Мин Көйөргәҙе районы Свобода ауылы интернатында йәшәйем. Бында 2004 йылда килдем.

Йәшәүем ауырлашҡас, Керәүле- Илюшкин ауыл советының элекке хакимиәт башлығы Эльза Сәмиғулла ҡыҙы Васильеваға мөрәжәғәт иттем. Ул мине юллап ебәрергә ҡушты. Үҙебеҙҙең Кинйәбай ауылы фельдшер-акушеры Лилиә Ғәббәсоваға әйтеп, ул мине комиссия үткәреп, Свободаға килтереп ҡалдырҙы. Ошонда йәшәп киттем. Хәл белергә кешеләр күп килде. Туғандарым, башҡа ауылдаштарым да килеп торҙо, ҡаранылар. Бында эшләгән ҡыҙҙар ҙа һәйбәттәр. Антонина Федоровна мине бар күңелен һалып ҡараны, шәфҡәт туташы Гөлсөм Әнәс ҡыҙы ла уколдар һалып, системалар ҡуйҙы. Бына шулай бергәләп улар мине аяҡҡа баҫтырҙы. Элек полиартрит ныҡ яфалай ине, 79 йәшкә еткәс, инсульт та үткәрҙем. 9 йыл ултырам хәҙер.

Свобода интернатына яңы директор килде. Әҡсән Ғайса улы Ҡаҙаҡбаев. Бик шәп кеше, йүгереп йөрөй, ҙур ремонт үткәрҙе, көн-төн йүгерә, кабинеттар ялтлап тора. Яңы тәҙрә, шторҙар ҡуйҙырҙы, йәшәге килеп китте. Яңы йыл байрамы үткәрҙек: мантыйҙар, шулай уҡ иттәренә, ҡаҙыһына тиклем бешертте, беҙҙе шулайтып ҙурлап, хөрмәт итте. Шыршы ултыртты, үҙе артист, үҙе мулла, үҙе доктор, эше уң булһын, үҙе ҡуша эшләшә. Мин ҡыуанып бөтә алмайым, атаһы-әсәһенә ҙур рәхмәт әйтәм.

Мин хәҙер 88 йәштәмен, интернатта йәшәүемә 14-се йыл китте. Элек тыуған яҡҡа ҡайтып килә инем, хәҙер йөрөй ҙә алмайым. Хоҙай үҙемә түҙемлек бирһен, тип теләйем.

Яңы йылға Күмертауҙан Асия ҡыҙым килде, күстәнәстәр килтерҙе, Фирҙәүес һылыу ҙа, ҡыҙы Фәйрүзә лә күстәнәстәр ебәргән, уларға ҙур рәхмәт. Сәғәтем юҡ ине, ҡыҙым будильник, светильник килтереп китте, барыһына ла ҙур рәхмәт әйтәм.

Ишбикә ҒӘББӘСОВА
Свобода ауылы

Читайте нас: