Все новости
Социаль мөхит
26 Января 2018, 16:40

«КЕШЕ ЕЛКӘҺЕНДӘ ЙӘШӘРГӘ ТЕЛӘҮСЕЛӘР КҮБӘЙҘЕ»

Шишмә башын таҙартҡан кеше юҡКөйөргәҙе районында 2013 йылдан алып Хәйриә фонды эшләп килә. Ул үҙенең эшен Устав буйынса алып бара. Райондың Хәйриә фондын Фәнир Малбаев етәкләй. Фәнир Саҙретдин улы менән «Юшатыр» гәзитенең баш мөхәррире Малик Ильясов әңгәмәләште.

Шишмә башын таҙартҡан кеше юҡ

Көйөргәҙе районында 2013 йылдан алып Хәйриә фонды эшләп килә. Ул үҙенең эшен Устав буйынса алып бара. Райондың Хәйриә фондын Фәнир Малбаев етәкләй. Фәнир Саҙретдин улы менән «Юшатыр» гәзитенең баш мөхәррире Малик Ильясов әңгәмәләште.

- Фәнир ағай, һеҙҙе районда һәм ҡалала ғына түгел, шулай уҡ ситтә лә халыҡ белә. Ейәндәр тәрбиәләп, ҡунаҡтарға йөрөп кенә өйҙә ятмай, нишләп һаман да эшләп йөрөйһөгөҙ ул?

- Мин өйҙә генә ятһам, хәҙер ауырый башлайым, үләм. Миңә аҡса ла кәрәкмәй, миңә кеше менән аралашыу, йылы һүҙ кәрәк. Кеше менән аралашмайынса йәшәй алмайым мин. Элек ҡарттар әйтә торғайны бит әле: «Бот араһынан ел үткәреп ҡайтам», - тип. Былай ҙа пенсионерҙар БАМ-да эшләй, тип көләм. Ул больница, аптека, магазинды аңлата.

- Эйе, дөрөҫ әйтәһегеҙ, кеше пенсияға сыҡһа, ғәҙәттә, төрлө сирҙәре барлыҡҡа килә. Уларҙа бер кешегә лә кәрәкмәгәнлек тойғоһо тыуа.

- Шул кешегә кәрәкмәгәнлек тойғоһо кешене ашай, бөтөрә шул. Бына эшләргә эш юҡ, эшләргә эш юҡ, тиҙәр. Ә минең ошо көндә өс вазифам бар. Һәр ваҡыт һайлауҙа ҡатнашам. Мин «Берҙәм Рәсәй»ҙең һайлау буйынса менеджерымын. Ике йыл биш районға өлкән сәйәсмән булып эшләнем. Ҡоролтайҙа урынбаҫармын һәм Хәйриә фондын етәкләйем.

- Бөгөн шул Хәйриә фонды тураһында һөйләшмәксебеҙ. Ҡасандан бирле эшләп килә был фонд? Белеүемсә, ул беҙҙә генә түгел, Күмертауҙа ла һәм башҡа ерҙә лә барлыҡҡа килде. Өҫтән ҡушылдымы был эш?

- Беҙҙең фонд 2013 йылдан бирле эшләй. Эйе, өҫтән ҡушылды, сөнки халыҡ хакимиәткә мөрәжәғәт менән килә, ярҙам кәрәк, тегенеһе кәрәк, быныһы кәрәк. Ә хакимиәттең бер генә фонды бар. Ул шул фондты биреп бөтә лә, бүтән унда аҡса йыя алмай. Мәҫәлән, 150 мең бүленгән ти, ул шуны янғында зыян күргәндәргә, етем балаларға, дауаханаларға, кесе балалар өсөн аҙыҡтар, памперстар кеүек нәмәләр өсөн биреп бөтә. Ә бына беҙҙең фонд аҡса йыя ала. Әлеге көндә беҙ йыл да үткәрелгән «Ауырыу балаға ярҙам ит» тигән акция сиктәрендә аҡса йыябыҙ. Ауыр хәлдә ҡалған ғаиләләргә, ололарға ярҙам итәбеҙ.

- Кешеләр хакимиәткә барып аптыратып йөрөмәһен өсөн, бөтә муниципалитеттарҙа ла был фонд төҙөлдө булып сыға инде. Ана фонд бар, шунда бар, тип әйтер өсөн.

- Юҡ, халыҡ барыбер хакимиәткә килә. Унда фондҡа барырлыҡмы, юҡмы икәнен хәл итәләр. Беҙҙең үҙебеҙҙең Устав бар. Шул Уставта ҡаралғанға тап килмәй икән, беҙ ул кешегә ярҙам итә алмайбыҙ.

- Ниндәй категория кешеләр инә унда?

- Беҙҙең Уставта яҙылған: етем, ауырыу балалар, ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләр.

- Ауыр тормош хәлендә ҡалғандарҙы нисек билдәләйһегеҙ? Миңә ҡалһа, был бит бик киң төшөнсә.

- Бына, мәҫәлән, яңыраҡ бер ҡатын мөрәжәғәт итте. Ире төрмәгә эләккән, 4 балалары бар. Газ өсөн 12 мең бурыс йыйылған. Газын киҫеп китһәләр, ашарға ла бешерә алмаясаҡтар. Утындары ла юҡ. Бына шундай ауыр хәлгә осраған ғаиләләргә ярҙам ҡулы һуҙабыҙ. Шулай уҡ: «Абзый, бер яртылыҡ ҡына аҡса бир әле, ауыр хәлгә ҡалдым бит әле», - тип килеүселәр ҙә бар беҙгә. Ҡай саҡ ундайҙарҙың да хәленә кереп, кеҫәнән үҙемдең аҡсаны сығарып биргән бар. Йәмәғәт ойошмалары, ветерандар ойошмалары төрлө саралар, юбилейҙар үткәрәләр. Уларҙың бер ниндәй ҙә аҡса сығанаҡтары юҡ бит инде. Бүләктәр алырға кәрәк була, сәй эсеү ойошторорға тура килә. Шундай саҡта беҙ уларға ла байрамдарын матур итеп үткәрһендәр өсөн 3-4 мең һум аҡса бүләбеҙ.

- Кемдәргә бирелергә тейешлеге аңлашылды. Хәҙер тағы бер һорау килеп тыуа. Уңлы-һуллы аҡса таратып ултырырға мөмкинлеге булғас, фонд шул тиклем баймы? Бер йылда күпме аҡса үтә һеҙҙән?

- 2016 йылда, мәҫәлән, 2 млн. һум аҡса үтте беҙҙән. Ә 2017 йылда беҙҙең ярҙам иткән аҡса 4 млн. һумға етә яҙҙы. Ике тапҡырға артты.

- Районда байҙар күбәйҙеме ни?

- Байҙар күбәймәне. Районда һуңғы бер нисә йылда Советтар Союзы Геройҙарының иҫтәлектәрен мәңгеләштереү эштәре әүҙем бара. Бына 420 мең һумға 5 комплект мәрмәр таштар алып ҡайттыҡ. Ҡансыра ер аҫты газ һаҡлау ойошмаһы 280 мең һумлыҡ аҡсалата ярҙам күрһәтте һәм ошо аҡсаға Советтар Союзы Геройы В.Г. Недошивиндың һәйкәле ҡуйылды. Бюсты алып ҡайтыу һәм монтажлау өсөн Хәйриә фонды 38 мең 500 һум аҡса тотондо. 2017 йылда беҙҙең Хәйриә фондына 27 кеше ярҙам һорап ғариза яҙҙы. Шуларҙың 22-һенә 264 445 һумлыҡ ярҙам иттек. Морапталдағы бер күп балалы ғаиләгә ҡаҙанлыҡ алып бирҙек. Шәбағыш ауылында йәшәүсе Радмир Аҙнабаев исемле балаға ярҙам итер өсөн 61 000 һум аҡса йыйып, «Юғалтыуҙар юҡ» исемле Хәйриә фонды аша ҡиммәтле дарыуҙар алып бирелде. Аҡса йыйыуҙа район Хакимиәте, уҡытыусылар, балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре, Шәбағыш ауылы халҡы әүҙем ҡатнашты. Уларҙың бөтәһенә лә Аҙнабаевтар ғаиләһенән, Хәйриә фонды исеменән оло рәхмәт еткерәбеҙ.

- Алыуға ҡарағанда, булғанды бүлеп ултырыуы рәхәт тә. Ҡайҙан алаһығыҙ аҡсаны?

- Алыуы зерә ҡыйын. Төрлө ойошмаларға йөрөйбөҙ, хаттар яҙабыҙ. Бына әле бюджет ойошмаларына ла яҙҙыҡ. «Ауырыу балаға ярҙам ит» тигән программа буйынса бер көнлөк эш хаҡын бирәләр улар. Мөмкинлектәренә ҡарап ярҙам ҡулы һуҙырға тырышыусы эшҡыуарҙар, ойошмалар бар. Әммә улар үҙҙәренең исемдәрен бөтә кешегә ҡысҡырып һөйләп йөрөгәнде яратмай.

- Эйе, аңлашыла. Бына һеҙ бер һөйләшкән саҡта халыҡ кеше елкәһендә йәшәргә өйрәнде, тип ысҡындырғайнығыҙ. Һеҙгә был нығыраҡ күренәлер, әлбиттә. Аяҡ-ҡулы иҫән, ғаиләһе лә юҡ кешеләр ҙә булғылаймы һеҙҙә?

- Ундайҙар ҙа булғылай. Беҙ кемдең кем икәнен белеп торабыҙ бит инде барыбер. Арыу ғына пенсия алғандар ҙа ярҙам һорап килгеләй. Әгәр бик тә ҡыйын хәлгә ҡалды икән, самалап ярҙам итергә тырышабыҙ инде. Ҡайһы кеше майына сыҙамайынса килә. «Минең йорттоң ҡыйығын алыштырығыҙ», - тип тә килеүселәр бар. Уның үҙенең дә был эште башҡарырлыҡ мөмкинлеге бар икәнен белеп торабыҙ бит. «Социаль маҡсатлы программалар фонды»нан йорттары янған кешеләргә 500-шәр, 300-шәр мең һум аҡса килде.

- Үҙегеҙ беләһегеҙ, беҙ бай илдә йәшәйбеҙ. Ҡыҙғанысҡа, эсәр һыуҙары булмаған илдәр ҙә бар. Ә беҙҙең запас күп. Шундай бай кешеләребеҙ ҙә етәрлек, Миллер менән Сечинды ғына алып ҡарайыҡ. Уларҙың бер көнлөк эш хаҡы бер нисә милллион. Шундай ваҡытта беҙ смс менән ауырыу балаларға, үлем хәлендә ятҡандарға һәм башҡаларға 30-шар, 50-шәр һум аҡса йыябыҙ. Бына һеҙ ҙә йөрөйһөгөҙ бит инде тегегә аҡса кәрәк, быға аҡса кәрәк, тип һоранып. Бюджетниктар, китапханасылар, иҙән йыуып йөрөгән әбейҙәр бер көнлөк эш хаҡын бирә. Бына шул ғәҙелме? Йөрәк әрнемәйме?

- Эйе, Африкала ла, Европала ла тәүлегенә ярты көрөшкә һыу эсеп йәшәгәндәр бар. Был яҡтан беҙҙең ил бай, әлбиттә. 78 млн. һум эш хаҡы алып эшләүселәребеҙ бар. Йөрәк әрней, әлбиттә. Интернетҡа керһәң, уны һүгәләр, быны һүгәләр. Дәүләт дотация бирмәйенсә, ауыл хужалығы предприятиеһын күтәреп булмаясаҡ. Берәй ярҙам булмайынса, бер нәмә лә эшләп булмай. Райондың ҡайһы бер предприятиеларына аҡса һорап барһаң: «Ниндәй аҡса булһын! Аҡса тегендә китте, бында китте», - тиҙәр. Уларҙы ла аңлап була, үҙ көстәренә улайтып-былайтып көн күрергә тырышып яталар. Мәҙәниәт бүлегендә эшләгәндә лә миңә шулай аҡса һорап, теләнеп күп йөрөргә тура килде, ярҙам ит әле әҙерәк, тип. Хәҙер улайтып йөрөүҙән туҡтаным, хат ҡына яҙам. Бараһың, үҙеңә һоранып йөрөгән һымаҡ оят хатта.

- Тәғәйен адресаттар беҙҙең район кешеһе булырға тейешме? Әллә ситтән булған кешегә лә биреләме?

- Эйе, беҙҙең район кешеһе булырға тейеш. Беҙҙең фондтың советы бар.

- Совет тиһегеҙ, унда нисә кеше? Һеҙ улар менән бергә хәл итәһегеҙме?

- Биш кеше. Бөтә нәмәне лә улар менән бергә хәл итәбеҙ. Ҡарар ҡабул итеп район футболсыларына форма ла алып бирҙек әле бер тапҡыр.

- Мотлаҡ яҙма рәүештә мөрәжәғәт булырға тейешме?

- Эйе, район хакимиәте башлығына ла түгел, ә минең исемгә яҙма мөрәжәғәт булырға тейеш.

- Берәй юғарыла ултырған власть кешеһе: «Фәнир абзый, шуға ярҙам итеп кенә ебәр әле», - тип әйткәндәре юҡмы?

- Юҡ. Улайтып ҡыҫылғандары юҡ берәүҙең дә. Ярҙам һорап берәйһе килһә, уны миңә ебәрәләр, йә мине саҡырып, кешенең хәлен аңлаталар. Мин документтарын ҡарайым, тикшерәм. Мин белемем буйынса юрист бит.

- 4 млн. һум тотонолдо, тиһегеҙ. Һеҙ берәйһе алдында отчет тотаһығыҙмы?

- Мин Совет алдында отчет тотам. Йыл һайын халыҡҡа отчет бирәм. 4 млн. һумдың 1 млн 717 меңе йорттары янған кешеләргә китте. Бахмут ауылынан Петровтар ғаиләһе, Кинйәбай ауылынан Абдуллиндар ғаиләһе яңы өй һалып сыҡтылар. Был өйҙәрҙе һалыу өсөн материалдар ташып, уларға оло ярҙам күрһәткәне өсөн «Строймир» йәмғиәте директоры Альберт Рәфҡәт улы Күсәрбаевҡа оло рәхмәтлебеҙ. Әйткәндәй, быйылғы Хакимиәт башлығының шыршы байрамына балалар өсөн Ҡыш бабай бүләктәре Альберт Рәфҡәт улы ярҙамында алынды. Нисәмә йылдар инде Айсыуаҡ ауылы зыяратына юлдар алама хәлдә ине. Ермолаево, Айсыуаҡ ауылы мосолмандары ошо юлды төҙөкләндереү тураһындағы һорауҙы күтәреп сыҡты. Хәйриә Фонды аша был эштәрҙе башҡарыу өсөн 50000 һум аҡса йыйылды һәм «Лесагротранс» йәмғиәте ярҙамында юлға ҡырсынташ түшәлде. Шуға күрә ошо йәмғиәттең директоры, район Советы депутаты Азамат Сөләймән улы Яҡшыбаевҡа бик ҙур итеп рәхмәт әйтке килә. Йәмәғәт ойошмаларына ла үҙҙәренең сараларын үткәреүҙә арыу ғына ярҙам ителде. Улар быйыл 274833 һумлыҡ ярҙам күрҙе. Балалар өсөн үткәрелгән төрлө-төрлө сараларға 204250 һум аҡса тотонолдо.

Мине йыл да прокуратура тикшерә. Бөтә килгән, киткән аҡса банк аша үтә.

Бына, мәҫәлән, һабантуй үткәреү. Хакимиәт ул аҡсаны йыйып ала алмай. Уларҙың хоҡуғы юҡ. Ул аҡса минең фондҡа килә. Шунан йыйылған аҡсаны һабантуй үткәреүсе комиссия бүлә кәрәк-яраҡҡа. Былтыр 918 478 һум аҡса йыйылды һабантуйға. Ул аҡса ойошмаларға бүлеп бирелә. Улар аҙаҡ шул аҡсаға миңә отчет бирә.

- Әхәт Йәүҙәт улы ла хужа булараҡ әйткәне бар, һабантуйға йыл да көрәк, балта һатып алаһығыҙ, тип.

- Ул хәл бөттө хәҙер.

- Һеҙ күпте күргән аҡһаҡал бит инде хәҙер. Бына беҙҙең тормошто, нигеҙҙә, һәйбәт тә һәйбәт тип һөйләйҙәр. Ельцинды, Горбачевты һүктек, хатта Брежневты ла һүгеп ташлайбыҙ. Шуның менән сағыштырған ваҡытта, бөгөнгө көндә халыҡтың хәлен һеҙ, Хәйриә фонды етәксеһе булараҡ, нисек күрәһегеҙ?

- Урыҫтар әйтә бит әле: «Все познается в сравнении», - тип. Бына элек әсәйем сәй эскәндә берәр генә шәкәр ырғыта торғайны сәйгә. Шул саҡ менән сағыштырғанда, ер менән күк, һәйбәт йәшәйбеҙ. Ашау, эсеү, кейем яғы ла яҡшы хәҙер. Бына минең элек бер генә костюмым булһа, бөгөнгө көндә 8 костюмым эленеп тора. Мин бит ул кейемде хәҙер үлгәнсе лә кейеп бөтөрә алмайым.

- Матди яҡтан шәберәк йәшәйбеҙ килеп сыға?

- Матди яҡтан, әгәр теләге булһа, кешегә йәшәрлек рәт бар хәҙер. Ауылда мал тотҡан кеше йәшәй ала. Ә күптәр хәҙер бесәнде ҡул менән сабыуҙы белмәй, бесән тулып ята, сап та сап. Нишләп мал тотоп йәшәмәйһегеҙ ул, мал тотһаң, ауылда йәшәп була бит, тиһәң, нисек бесән сабайым мин, трактор юҡ бит, тракторға солярка һорайҙар, аҡса һорайҙар, тиҙәр. Ҡулың юҡмы ни, тиһәң, кит әле хәҙер кем ҡул менән бесән саба, тип яуаплайҙар. Мин йәш саҡта йәй көнө рәхәтләнеп ауылда бесән эшләй торғайным ҡул менән. Хәҙер кеше нишләптер әҙерләй алмай, саба алмай. Кешенән тора бит ул. Кеше рәхәткә өйрәнде хәҙер, эшһеҙлеккә өйрәнде. Эшһеҙлек өсөн аҡса алып ята ҡайһы берәүҙәр. Бына шуны кем уйлап сығарҙы икән? Рәхәт тә инде, өйҙә ята ла, барып отмечаться итеп, аҡсаһын ала. Уны кем уйлап сығарған. Юрый кешене эшләмәҫкә өйрәтеү өсөн уйлап сығарылған нәмә, тип уйлайым мин. Бына шуға ҡырҡа ҡаршымын.

- Хеҙмәт биржаһын ябырға кәрәк тиһегеҙме?

- Ябырға кәрәк шул. Дөрөҫ түгел бындай эш. Нишләп Японияла улай түгел. Унда бит беренсе смена кешеһе станоктан ҡулын алырға өлгөрмәй, икенсе сменалағыһы тып итеп килеп баҫа. Конвейер туҡтамай уларҙа. Ә беҙҙә эшкә киләләр ҙә яртышар сәғәт сәй эсәләр, сығып тәмәке тарталар, шунан әбидкә ҡайтып китәләр.

- Беҙҙә хеҙмәт етештереүсәнлеге юҡ, тиһегеҙ инде?

- Юҡ ул нәмә беҙҙә бөтөнләй.

- Бына беҙҙә хәйерселәр күбәйгәндән күбәйә. Статистика күрһәтеүенсә лә 22 млн. хәйерсе илдә.

- Әлбиттә, күбәйҙе. Тағы ҡабатлап әйтәм, элекке заманға ҡарағанда яҡшыраҡ йәшәйбеҙ, ә башҡа илдәр менән сағыштырғанда, насар.

- Бөгөн районда иң тәү сиратта матди ярҙамға кем мохтаж?

- Яңы тыуған балалар аҡса яғынан һаҡланмаған. 100 һум балалар пособиеһына йәшәп буламы ни? Йәш балалы ғаиләләр алама хәлдә. Тағы ла сит ил менән сағыштырғанда, унда йәш ғаиләгә эшен дә, фатирын да бирәләр шунда уҡ. Ошо көндә пенсионерҙар магазинда икмәк алһам, һөткә етмәй тип, аҡсаларын һанап торалар. Был бит яҡшы түгел. Бына пенсионерҙар эшләй, йәштәргә эш урыны бирмәйҙәр, тиҙәр. Пенсионер 10 мең пенсияма ҡушымта булыр тип 7 меңгә эшләй, ә шул аҡсаға йәш кеше киләме ни эшкә? Йәштәргә лайыҡлы хеҙмәт хаҡы булған эш юҡ беҙҙең ҡалала ла, районда ла. Уртаса эш хаҡы 28 мең һум тигәндәре ҡағыҙҙа ғына.

- Фондтар тураһында һүҙҙе дауам итәйек. Һеҙ башҡа фондтар менән бәйләнештә тораһығыҙмы?

- Үҙем отчет биргән Республика фонды менән һәм Федоровка районы фонды менән бәйләнеш тотабыҙ.

- РФ Парламенты спикеры Селезнев булды. Ул йәшерен генә мохтаждарға аҡса күсереп барғаны билдәле булды үҙе үлгәс кенә. Беҙҙә шундай аноним рәүештә аҡса күсереүселәр бармы? Беҙҙең халыҡ аҡса биреп бармайҙыр?

- Ныҡ ҡыйын саҡта аҡса һорап барһаң, биреүсе бер-ике кеше генә бар. Беҙҙең халыҡта байҙар юҡ. Булғаны ла бирә һалып бармай шул.

- Бай булып китһен өсөн йәштәрҙе үҫтерә белмәйбеҙме, әллә үҙебеҙҙең менталитет шундаймы? Йырлап-бейеп йөрөүгә генә ҡайтып ҡалабыҙмы? Ошонда килгән башҡа милләт кешеһе байый ҙа китә бит.

- Дөрөҫ әйтәһең. Бына әрмән халҡын ғына алайыҡ. Бер йоҡа ғына дипломат тотоп килә лә беҙгә, аҙаҡ миллиондар менән эш итә башлай. Һеҙ бит ерҙә ятҡан аҡсаны тибеп, тапалап йөрөйһөгөҙ, эшләй белмәйһегеҙ, ти улар. Беҙҙең халыҡ аҡса эшләй белмәй шул. Быға уҡытҡан, өйрәткән кеше лә юҡ. Беҙҙе мәктәптә ай буйына эшләргә һәм кассаға килеп аҡса алырға ғына өйрәттеләр. Үҙемдән генә алып әйтәм уны мин. Бер заман миңә лә баҙарҙа ит һатырға тура килде. Таныш-тоношҡа бушлай тиерлек тараттым да ҡуйҙым бер башмаҡты. Совет заманында беҙҙә эшҡыуарлыҡ тигән нәмәне бөтөрҙөләр шул. Бына йәштәр юғары белем алып, һатыу итергә баралар. Уларға бит эш әҙерләп торорға тейештәр ҙә бит. Был дәүләт масштабында башҡарылырға тейеш. Кадрҙар сәйәсәте дөрөҫ түгел беҙҙә. Ғөмүмән, ул бөтөнләй юҡ.

- Хыялға бирелеп алайыҡ. Һеҙ Абрамович һымаҡ миллиардер булып китһәгеҙ, мохтаждарға ярҙам итер инегеҙме?

- Абрамович минән сыҡмаҫ ул. Ярҙам итер инем, әлбиттә. Бына беҙҙең илдә шуға ярҙам иттек, быға ярҙам иттек, тиҙәр. Кубаға, Монголияға бурыстарын ғәфү иттеләр, әллә кемдәргә тағы. Шул аҡсаны халыҡҡа, үҙ дәүләтеңә йүнәлтергә кәрәк бит. Был бит бөтә аҡсаңды күршеләреңә таратып биреп, үҙ ғаиләңде ҡарамауға бәрәбәр. Күрше балаһына кәнфит алып биреп, үҙеңдекенә алмау һымаҡ.

- Һөйләшкәндән сығып, халыҡҡа нимәләр кәңәш итерһегеҙ?

- Башҡортлоҡ тураһында әйткем килә. Рух бөтөп бара. Рухлы башҡорттар бөтөп бара. Нәҫел бөтә. Бер генә миҫал килтерәм. Һуғыш заманында беҙҙең Илкәнәйҙә нәҫел айғыры булған. Ул ваҡытта аттарға ла повестка ебәргәндәр. Бына шул нәҫел айғырын Әбдрәхим бабай йәшереп алып ҡалған. Ат китһә, нәҫел бөтә. Шул аттың нәҫеле һаман йәшәй әле ул. Кәңәш һымаҡ шуны ла әйтер инем. Әбйәлил, Баймаҡ райондарында булырға тура килде. Унда Ағинәйҙәр, Аҡһаҡалдар бик күңелле йәшәй, тере эш алып баралар. Ағинәйҙәр эш башлап ебәрҙе ул беҙҙә, хәҙер бабайҙарҙы ла ҡуҙғатыр кәрәк. Элек-электән оло инәйҙәр, оло бабайҙар ил менән идара иткән. Әле шул сынйыр өҙөлдө. Мин әрмегә киткән саҡта бер-береһенә сәйгә йөрөшкән әбейҙәрҙең, һуңынан йыйылышып араҡы эсеүен күреү аяныс. Һыуҙар һайығая, тибеҙ. Элек бит ҡарттарҙың һәр береһенең үҙ шишмәһе була торғайны. Көндә шунда көрәген тотоп барып, шишмә башын таҙартып, намаҙын уҡып ҡайта торғайнылар улар. Хәҙер шишмәләр башын таҙартҡан кеше юҡ. Һорауһыҙ ағас киҫкән кешеләрҙе лә улар күрә торғайны. Хәҙер урмандарҙы ла киҫәләр рәхәтләнеп. Бына ошолар тураһында уйланһын ине кешеләр.

- Фәнир ағай, ҡыҙыҡлы әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт!
Читайте нас: