Все новости
Социаль мөхит
9 Февраля 2018, 16:19

АСТЫҢ ХӘЛЕН ТУҠ АҢЛАЙ

Ашауһыҙ йәшәү булмай. Аслыҡтан да алама нәмә юҡ. Әлеге заманда ла асығыусылар байтаҡ. Беҙҙең Күмертауҙа ла бар ундайҙар. «Пища Жизни Кумертау» тигән ойошма донъя ҡыйырһытҡан бисараларҙы бушлай туҡландырыу менән мәшғүл.

Ашауһыҙ йәшәү булмай. Аслыҡтан да алама нәмә юҡ. Әлеге заманда ла асығыусылар байтаҡ. Беҙҙең Күмертауҙа ла бар ундайҙар. «Пища Жизни Кумертау» тигән ойошма донъя ҡыйырһытҡан бисараларҙы бушлай туҡландырыу менән мәшғүл.

Былтырғы йәйҙән бирле улар бутҡа, көлсә, компот һымаҡ ризыҡ менән әллә күпме кешенең тамағын бушлай туйҙыра. Һәр шәмбе һайын үҙәк баҙар янына сәғәт көндөҙгө 12-лә сығалар. Был мәрхәмәтлек ойошмаһы тураһында уның ойоштороусыһы, шәхси эшҡыуар Лариса Белованан һораштыҡ.

- Былтыр, 18 июлдә, Ҡазанда ошондай мәрхәмәтлек ойошмаларының Бөтә Рәсәй фестивалендә булыу бәхете тейҙе. Бындай сарала ҡатнашып ҡайтҡас, ауыр хәлдә ҡалған яҡташтарыбыҙға ярҙам күрһәтеү теләге миндә тағы ла нығыраҡ уянды. Ҙур ҡалаларҙа бындай мәрхәмәтлек ойошмалары күптән эшләй, беҙҙә генә яңылыҡ кеүек тойола. Эсмәгән, аҡыллы, үҙҙәрен хөрмәт иткән йәштәрҙең күбеһе башҡа ҡалаларҙа ошо эш менән мәшғүл. 25-35 йәшкә тиклемге янып торған йәштәр хатта йүгереп йөрөй. Мәскәүҙә минең ҡыҙым да шулай мәрхәмәтлек менән шөғөлләнә, ул да минең кеүек шәхси эшҡыуар. Баҙар янына барып торабыҙ. Үҙебеҙҙең өҫтәлебеҙ, бер тапҡыр ҡулланыла торған һауыт-һабаларыбыҙ бар. Тормош хәлдәре ауыр ғаиләләр, асарбаҡтар, хаҡлы ялдағылар, ятаҡта йәшәүсе ауыр хәлдә ҡалғандар ашарға килә. Һәр саҡ 12-шәр литрлы ике эмаль биҙрә тултырып эҫе бутҡа, төрлө емештәрҙән компот йә кеҫәл алып сығабыҙ. Үҙем шәхси эшҡыуар булғас, аҡса үҙемдән, итле ризыҡ бешермәгәс, аҡса күп китмәй. Компотҡа емештәрҙе йәйҙән, көҙҙән йыйып туңдырғысҡа һалып ҡуям. Яныбыҙға аҡса һалыр өсөн банка ла ултыртабыҙ, ҡайһы бер кешеләр ашағандан һуң шунда аҡса һалып та китә. Банкта иҫәп-хисап өсөн счетыбыҙ ҙа бар. Кемдәрҙер теләй икән шунда аҡса күсерә ала. Ләкин былар барыһы ла кешеләрҙең үҙ ихтыярында. Беҙҙең командала 4-5 кеше эшләй. Беҙ, волонтерҙар, бушҡа эшләйбеҙ. Элек аҙыҡты йәйәү ташыһаҡ, әле күптән түгел автоволонтер килеп сыҡты, хәҙер машина менән ташыйбыҙ. Командабыҙ тора-бара тағы ла ҙурайыр, тип ышанам.

Бер сыҡҡанда һауа торошона ҡарап, ҡырҡтан алып алтмышҡа ҡәҙәре кеше ашауы ихтимал. Эҫе аш ашаһалар насармы ни? Беҙ ҙә ҡыуанабыҙ, улар ҙа туҡ. Бер нәмә хафаландыра, үҙебеҙҙең бинабыҙ юҡ. Ҡуртымға алһаң, аҡса түләр кәрәк, шуға әлегә өйҙә бешерәбеҙ. Кейем-һалым һораусылар ҙа бар. Был эште йәйгә планлаштырабыҙ, кейемдәрҙе йәшниктәргә һалып алып сығырға уйлайбыҙ”, - ти ауыр хәлдә ҡалған яҡташтарыбыҙға мәрхәмәтлек күрһәтеүсе шәхси эшҡыуар Лариса Белова.

Розалия ҒӘЛИЕВА фотолары.

Волшебный-Клубок Хобби:

- Ашаусыларҙың күбеһе эскән кешеләр, ахыры.

Ыласын:

- Шул эскеселәр шул көнгә төшә лә инде.

Фаузия Исмагилова, Мәләүез ҡалаһы:

- Кем генә булмаһын, улар ҙа Алла бәндәһе. Бындай изге эш асып үҙҙәренә оло һауап алалар. Рәхмәт уларға!

Зульхиза Бору, Стәрлетамаҡ ҡалаһы:

- Мин, ҙур ҡалаларҙа ғына асарбаҡтар була икән, тиһәм

Альмира Ханова, Баймаҡ ҡалаһы:

- Беҙҙең Баймаҡта ла бер нисә апай шундай хәлдә йәшәйҙәр. Улар гел да иҫерек, магазин адында ултыралар. Йәшәргә урындары ла бар уларҙың. Бер көн шулай ҡыҙыҡһынып һораным, күпме аҡса төшә, тип. Ныҡышып ултырһам, 3000-ләп йыям, тип ысҡындырып ебәрҙе теге апай. Мин, мәҫәлән, хәләл эшләгән аҡсамды йәлләйем уларға бирергә. Эттәрҙе, бесәйҙәрҙе ашатам. Йә булмаһа, бала-сағаға тәмлекәстәр тоттороп китәм.

Рафиля Мавлеткулова, Сәйетбаба ауылы:

- Рәхмәт уларға, шул кешеләрҙе һыйындырып ашатҡандары өсөн. Эйе, араһында төрлө яҙмышлы кешеләр барҙыр. Аллаһ тыуғас та яҙмышты маңлайға яҙа, тип әйтәләр. Ҡасандыр улар ҙа донъя көткәндер, төрлө сәбәптәр арҡаһында шул хәлгә ҡалғандыр. Төрлө уңыштарын, ҡаҙаныштарын иптәштәре йыуғандарҙыр. Бер кеше лә эскесе булып тыумай. Ашаталар икән - ашаһындар!

ИМАНЫ НЫҠТЫҢ - МИЛЛӘТЕ НЫҠ:
- Эйе, енәйәтсе лә кеше... (рәүешле). Шулай түҙеп, йәлләп ҡарауыбыҙ арҡаһында ошо көнгә төшөп тә бөттөк. Ә күп енәйәттәр эскән килеш эшләнә. Эскелек ул ауырыу түгел, эскелек ул - енәйәт!

Неля Исянбаева, Өфө ҡалаһы:

- Эскеселәрҙе дауалай башлағас ҡына Рәсәйҙә хәл үҙгәрер. Германияла, башҡа Европа илдәрендә алкоголизм - ул ауырыу, тиҙәр. Хөкүмәт дауалай, санаторийҙар бар уларға, төрлө клубтар (психологик ярҙам алалар унда). Миҙгелгә бер кейем бушлай килтерәләр, 4 айға бер - санаторий. Ай һайын араҡы бирәләр (бер йәшниктән башлайҙар ҙа аҙаҡ күләмен кәметә баралар). Бөтә саралар ҙа бушлай. Быларҙы Германияла йәшәгән танышым һөйләне, күршеһе шулай ауырып киткәс, ошолай дауалағандар. Курсы 1-1,5 йыл икән.

Башҡорт ҡатын-ҡыҙы төркөмө:

- Беҙҙә алкаштарҙы шулай дауаларға түгел, эсмәй ауырығандарҙы дауаларға ла аҡса юҡ әле. Германияла ла, башҡа Европа илдәрендә лә алкаштар шуның менән генә бөтөп тә китмәй. Ә бына мосолман илдәрендә алкоголиктар юҡ, тиерлек. Тимәк, уларҙағы кеүек талаптар кәрәк.
Читайте нас: