Все новости
Социаль мөхит
16 Февраля 2018, 12:53

ХЕҘМӘТЛӘНДЕРЕҮЕНӘ КҮРӘ БАҺАҺЫ

Республикала йәмәғәт контроленең яңы формаһы эшләп килә. 2017 йылда Башҡортостандың социаль хеҙмәтләндереү учреждениеларында сифатлы хеҙмәтләндереүгә бойондороҡһоҙ билдә ҡуйыу үткәрелде. Билдәләр һөҙөмтәләре менән дәүләт (муниципаль) учреждениеларының мәғлүмәттәрен ҡуйыу өсөн рәсми сайтында танышырға була (http://bus.gov.ru/pub/top-organizations).

Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығы эргәһендә эшләп килгән Йәмәғәт советы ҡуйған баһа буйынса, Күмертау ҡалаһы дауаханаһы ошондай уҡ 155 ойошма араһында 66-сы урын биләй. Ә инде РФ буйынса күҙ йүгертһәк, 8281 ойошма араһында беҙҙең ҡаланың һаулыҡ һаҡлау идаралығы 647-се баҫҡыста.

Ҡалаларҙа йәшәүселәрҙән һорау алыу һөҙөмтәләренән күренеүенсә, итәғәтлек, ихтирамлыҡ һәм үҙ эштәренең нескәлектәрен белеү йәһәтенән ҡала дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре ун мөмкинлектән ун балл йыйған. Ҡала дауаханаһына килеүселәргә уңайлы шарттар тыуҙырыу йәһәтенән, һорау алыуҙа ҡатнашыусылар 24 мөмкинлектән 18 тауыш биргәндәр. Ә бына күрһәтелгән хеҙмәттәрҙең сифаты бик түбән – был номинация буйынса беҙҙең медицина хеҙмәткәрҙәре, ун мөмкинлектән ни бары 2 генә мәрәй алыуға өлгәшкән.

Көйөргәҙе районы хакимиәте эргәһендәге Йәмәғәт советы сайтында райондың үҙәк китапханаһына ҡуйылған баһа менән дә танышырға мөмкин. Итәғәтлек, ихтирамлыҡ һәм үҙ эштәренең нескәлектәрен белеү йәһәтенән китапхана хеҙмәткәрҙәре, ун дүрт мөмкинлектән ни бары 6,5 балл йыйған. Ҡулланыусыларға уңайлы шарттар тыуҙырыу буйынса улар, мөмкин булған 39 балдан 13 балл ғына алғандар.
Читайте нас: