Все новости
Социаль мөхит
22 Февраля 2018, 12:58

ИЛАТМАЙЫҠ АЛМАЛАЙ БАЛАЛАРҘЫ!

Эскелек – тиҙ генә дауалап булмай торған замана ауырыуҙарының береһе. Рәсәйҙә һуңғы ваҡытта эскеселәр күбәйә, был йәшәүҙең ҡатмарлашыуы, эшһеҙлек, өмөтһөҙлөккә бирелеү кеүек социаль-иҡтисади проблемаларға бәйле.

Эскелек – тиҙ генә дауалап булмай торған замана ауырыуҙарының береһе. Рәсәйҙә һуңғы ваҡытта эскеселәр күбәйә, был йәшәүҙең ҡатмарлашыуы, эшһеҙлек, өмөтһөҙлөккә бирелеү кеүек социаль-иҡтисади проблемаларға бәйле.

Эскелеккә һалышҡан ғаиләләр, йәштәр, балалар ҡыҙғаныс ҡына түгел, ә ҡот осҡос. Иң аяныслыһы шул: эскелектең ҡатын-ҡыҙҙар араһында таралыуы, ғаилә ҡото, өйҙөң йәме булған гүзәл заттарыбыҙҙың йәшел йылан арбауына эләгеүе.

Ауылдарҙағы эскесе ҡатындар тәүҙә бик ытырғаныс булып күренә торғайны, ә хәҙер был күренешкә күнегеп бөтөп барабыҙ түгелме? Сәсе-башы туҙған, ҡыйыш-мыйыш атлап, мәғәнәһеҙ йырҙар һуҙған йәки әҙәпһеҙ һүҙҙәр менән һүгенеп урамда йөрөгән ҡатын-ҡыҙҙан да йәмһеҙ күренеште күргәнем юҡ. Балаларының ауыҙынан өҙөп, барлы-юҡлы ризыҡтарын араҡыға алмаштырып, балаларға бирелгән пособиены алған көнөндә үк эсеп бөтөрөп ҡуйыусы әсәне «әсә» тип әйтергә тел әйләнмәй.

Хөкүмәттең күп балалы ғаиләләргә ярҙам итеүе, балалар һанын арттырыуға ҡоролған программалары ла маҡтауға лайыҡ, ләкин һан артынан ҡыуып сифат яғын онотмайбыҙмы икән?

Бөтә күп балалы ғаиләләр ҙә эскесе түгел, әлбиттә, бына тигәндәре лә бар беҙҙә, дан уларға!

Тик бала табып, шул балалар аҡсаһына ғына ҡарап ирле-ҡатынлы көйө эшләмәй ятҡандар ҙа күп бит, етмәһә, эсергә лә яраталар. Ауыл ерендә эш юҡ, аҡса юҡ, тип зарланып ултырыуы ояттыр. Беҙҙең ауыл ҡалаға йыраҡ булһа ла, уңған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ баҙарға һөт-ҡаймаҡ, ҡорот-эремсек, йомортҡа һәм башҡа хужалыҡ продукцияларын һатырға йөрөй, хатта яңғыҙ ҡатындар ҙа ҡура тултырып мал-тыуар аҫрап бынамын тигән итеп донъя көтә, балаларын ҡарай, эсергә теләктәре лә, ваҡыттары ла юҡ.

Тамаҡ төптәрен йыш еүешләтергә яратыусылар: «Тормош ауырайҙы, эш юҡ, нисек йәшәргә белмәйбеҙ, шуға эсәбеҙ», – тип аҡланырға тырышалар, ә эсергә ҡайҙан табалар, эскәс, тормош еңеләйәме икән ни ул?

Ауыл ерендә хәҙер яңы бер замана һөнәре кешеләре барлыҡҡа килде: улар – араҡы һатыусылар. Ҡаланан арзанлы, суррогат алып ҡайтып ҡыйбатҡа осороп аҡса яһаусылар. Эскеселәргә аҡсаға ғына түгел, ит-май, бәрәңге, кейем-һалым – ҡыҫҡаһы, нимә алып килә ала, шуға араҡы һата был «эшҡыуарҙар». Балаларының күҙ йәштәре менән ҡарғалған аҡсаның файҙаһы булырмы икән һеҙгә?! Хоҙайҙан ҡурҡығыҙ!

Һуғыш йылдарында, тормош ауыр, тип эсеп йөрөмәгән бит ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ, нисек тә балаларын үҫтерергә, фронтҡа ярҙам итергә тырышып, еңеүгә ышанып йәшәгәндәр.

Айныған ваҡытығыҙҙа стакан төбөнә түгел, балаларығыҙҙың күҙҙәренә ҡарағыҙ, улар һеҙҙең яҡлауығыҙға, һеҙҙең һөйөүегеҙгә мохтаж, күпме һөйләр һүҙҙәре, серҙәре бар уларҙың һеҙгә, күпме һорар кәңәштәре бар һеҙҙән – әсәйҙәренән. Алма кеүек һөйөклө балаларығыҙҙы араҡыға алмаштырмағыҙ, аҡылығыҙға килегеҙ, ҡатын-ҡыҙҙар, һеҙ кешелектең киләсәге, онотмағыҙ шуны!

Алһыу АҠСУРИНА
Ялсыҡай ауылы

Читайте нас: