Все новости
Социаль мөхит
2 Марта 2018, 14:31

КҮҘӘТЕҮҘӘН ЫСҠЫНДЫРМАҪҠА

Үткән шишәмбе район хакимиәтендә бәлиғ булмағандар эше буйынса комиссия ултырышы үтте. Унда барлығы 9 ғаилә эше ҡаралды.

Үткән шишәмбе район хакимиәтендә бәлиғ булмағандар эше буйынса комиссия ултырышы үтте. Унда барлығы 9 ғаилә эше ҡаралды.

Комиссия рәйесе урынбаҫары, мәғариф бүлеге начальнигы Ирина Ибраһимова үткәргән ултырышта нарколог, йәштәр эше буйынса комитеттың баш белгесе, мәктәп уҡытыусылары, социаль педагогтар ҡатнашты. Иң төп проблеманың береһе эскелек темаһы булды. Кәңәшмәлә ҡайһы бер ғаиләләргә штраф һалырға, кемдәрҙелер мәктәп эсендәге күҙәтеүгә ҡуйырға тигән фекерҙәр яңғыраны, наркологта тикшереү үтеү өсөн йүнәлтмәләр ҙә бирелде. Проблемаларҙы хәл итеү юлдары тикшерелде, төрлө тәҡдимдәр индерелде. Бәлиғ булмағандар араһында профилактик эш алып барыу йәһәтенән төрлө саралар үткәрергә, уҡыусыларҙың буш ваҡыттары күп булып, улар урамда йөрөгәнсе дәрестәрҙән һуң төрлө түңәрәктәргә йәлеп итергә кәрәк, тине комиссия ағзалары.

Кәңәшмә һуңында, бәлиғ булмағандар эше буйынса комиссия тарафынан, етәкселәргә проблемаларҙы ентекле өйрәнергә ҡушылды һәм һәр баланы күҙәтеүҙә тотоу мөһимлеге әйтелде.

Диана ҠОТЛОБАЕВА фотоһы

Читайте нас: