Все новости
Социаль мөхит
16 Марта 2018, 13:33

ИҢ МӨҺИМЕ – КҮҢЕЛ ЙЫЛЫҺЫ

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөндә Күмертау Үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы хеҙмәткәрҙәре «Изге 8 Март» мәрхәмәтлелек акцияһы сиктәрендә ҡала ирекмәндәре, эшҡыуарҙары менән берлектә Свобода ауылындағы ҡарттар йортонда йәшәүсе оло йәштәге гүзәл заттарыбыҙға бүләктәр алып барҙы.

Күмертауҙар 50-нән артыҡ бүләк: торт, сәскә, кәнфит, сәйҙәр йыйылмалары, ҡулъяулыҡ, һабын, ойоҡ, журналдар һ.б. туплағайны. Ҡарттар йортонда беҙҙе хеҙмәткәрҙәр, унда йәшәүсе оло йәштәгеләр ихлас ҡаршы алды. Бүләктәрҙән дә бигерәк пенсионерҙар менән йылы әңгәмәбеҙ, уларға бүлгән иғтибарыбыҙ, күңел йылыбыҙ иң мөһиме булғандыр, моғайын. Бындай осрашыуҙан барыһы ла ҡәнәғәт ҡалды.
Читайте нас: