Все новости
Социаль мөхит
20 Апреля 2018, 13:36

САУАПЛЫ БУЛДЫЛАР

Кисә райондың «Йәшлек» мәҙәниәт һарайында Меценатлыҡ һәм мәрхәмәтлек көнөнә арналған аукцион үтте. Меценаттар балына район етәкселәре, ауыл советы хакимиәте башлыҡтары һәм башҡалар йыйылғайны. Бында балалар йортонда, балалар баҡсаларында, мәктәптәрҙә балалар үҙ ҡулдары менән эшләгән әйберҙәр аукцион аша һатылды. Барлығы 56 лот бар ине.

Әйберҙәрҙе һатып алырға теләүселәр тәүге хаҡҡа өҫтәп үҙҙәренең хаҡтарын әйтеп кенә торҙолар. Шулай итеп 300 һумлыҡ топиарий 1378 һумға, 150 һумлыҡ сигелгән һүрәт 758 һумға осто. Балалар үҙ ҡулдары менән ижад иткән Еңеү көнөнә арналған, тәү хаҡы 150 һум булған картинаны һатып алырға теләүселәр бигерәк тә күп ине. Бик оҙаҡ ҡына хаҡтарҙы күтәреп ярышҡандан һуң, был картинаны район хакимиәте башлығы Әхәт Йәүҙәт улы Ҡотлоәхмәтов 2 000 һумға үҙенә алыуға өлгәште.

Бик күңелле барҙы сара. Бында ҡатнашыусыларҙың барыһы ла дәррәү генә үҙ хаҡтарын әйтеп, һәр бер әйберҙе тик үҙенә генә эләктерергә ашыҡты. Уларҙың барыһы ла бындай шәп мәрхәмәтлек сараһын йыл да үткәреү яҡлы ине. Бик күптәр был көндө ҙур сауаплы булғандыр. Аукционда йыйылған барлыҡ аҡса сирле балаларҙы дауалауға китәсәк. Ҡыҙғанысҡа, күпме аҡса йыйылғаны хаҡында ғына әлегә әйтә алмайбыҙ, гәзит сыҡҡан ваҡытта комиссия ағзалары ҡыуана-ҡыуана аҡсаларҙы һанай ғына ине әле...
Автор фотоһы
Читайте нас: