19 апрелдә райондың «Йәшлек» мәҙәниәт һарайында үткән Мәрхәмәтлек акцияһында бала ҡулдары менән яһалған әйберҙәрҙе аукционда һатыуҙары хаҡында яҙҙыҡ. Яҙҙыҡ та ул, сирле балалар файҙаһына күпме аҡса йыйылғанын әйтеп өлгөрмәнек - гәзитебеҙ, комиссия ҡыуана-ҡыуана аҡса һанағансы, баҫылып өлгөргәйне. Бына билдәле булды: һәммәһе 56 әйбер һатылған һәм 56 600 һум аҡса йыйылған. Аҙ тиһегеҙме, беҙҙеңсә бик аҙ ҙа түгел, диңгеҙ тамсынан барлыҡҡа килә, ә был аҡсалар ниндәйҙер мохтаж балаға саҡ ҡына еңеллек килтерһә лә, аҡсаһын йәлләмәй ошонда килтергән кеше өсөн оло сауап.