Приюттағы сара китапхана хеҙмәткәрҙәре тарафынан яҙыусы Сергей Козловтың «Арыҫлан балаһы менән ташбаҡа» әкиәтен уҡыуҙан башланды. Аҙаҡ балалар ҡунаҡҡа килгән ағинәйҙәр менән бергәләп ҡағыҙҙан ташбаҡа һынын эшләне. Был ташбаҡа уларҙың иң изге теләген тормошҡа ашырыуын теләп, уны үҙҙәренә иҫтәлеккә ҡалдырырға булдылар.
Бында йәшәгән һәр баланың да теләге бер – ӘСӘЙ. Приютта улар өсөн бөтә уңайлы шарттар булдырылһа ла, тик әсәләренең күңел йылыһы ғына етмәй. Аҡһарынан автобусҡа ултырып, үҙҙәре юлдарына аҡса түләп килгән Гөлсөм Сәлихова, Луиза Собханғолова, Ғәлиә Мифтахова, Гөлбикә Биктанова, Сәкинә Сырлыбаева, Миңзиә Уразаева кеүек изге күңелле ағинәйҙәр балалар менән аралашып, әңгәмәләшеп, бергә уйнап тап бына үҙҙәренең күңел йылыһы менән бүлеште. Етмәһә, ағинәйҙәребеҙ, күҙ нурҙарын түгеп, үҙ ҡулдары менән сабыйҙарға йөн ойоҡтар ҙа бәйләгән, төрлө кейемдәр теккән, телде йоторлоҡ тәмлекәстәр ҙә әҙерләп алып килгән. Ә инде Рәйфә Сәғәҙиева, Нурия Собханғолова, Рәүзиә Хәмитова, Нәйлә Солтанова кеүек ағинәйҙәр үҙҙәре бара алмағас, төрлө күстәнәстәр биреп ебәргәндәр. Үҙҙәренә ҡарата бындай иғтибарҙан балаларҙың барыһының да күңелдәре булды. Аҡһары ағинәйҙәре лә изге эштәренән ҡәнәғәт ҡалды. Донъяла ошондай изге, киң күңелле, йомарт, оло йөрәкле кешеләр булыуы һөйөндөрә. Был ҡатмарлы тормошта һәр кемдең тиерлек үҙ проблемалары бар, улар был мәшәҡәттәренән арынып, изге йома көнөндә балаларҙы шатландырғандары өсөн Хоҙай үҙҙәрен ҡыуандырһын.