Йәш ғаиләләр өсөн федераль программала ҡатнашып торлаҡҡа сертификат алыу - ҙур ярҙам. Улар Рәсәй, Башҡортостан һәм шулай уҡ район бюджетынан бүленгән аҡсаға үҙҙәренең торлаҡ шарттарын яҡшырта ала. 2004 – 2017 йылдарҙа “Ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү” федераль маҡсатлы программаһына ярашлы ауыл ерендә йәшәүсе граждандарҙы, шул иҫәптән йәш ғаиләләрҙе һәм йәш белгестәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеүгә районыбыҙҙа 119 ғаиләгә барлығы 83 миллион 571 мең 220 һум күләмендә субсидия бирелгән.
Кисә районыбыҙҙың тағы ла 4 ғаиләһе өсөн бик шатлыҡлы көн булды. Ике балалы Елена менән Артем Никитиндарға, өс ҡыҙ тәрбиәләгән Руслан менән Гөлсинә Шәмсетдиновтарға, күп балалы әсә Юлиә Мавринаға һәм өс балалы Анна менән Олег Щербатовтар ғаиләләренә район хакимиәтендә ошо программа буйынса торлаҡ төҙөү йәки һатып алыуға социаль түләүҙәр алыу тураһында сертификаттар тапшырылды.
Район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтов был шатлыҡҡа эйә булыусы ғаиләләрҙе ҡотланы.
- Тапшырылған сертификаттарға ҡушып һатып алған йәки үҙегеҙ төҙөп сыҡҡан өйөгөҙ ҡотло, ғаилә нигеҙе ныҡлы булһын. Матур ғаилә булып, балаларығыҙҙы киләсәктә районыбыҙҙың ныҡлы терәге булырҙай шәхестәр итеп үҫтерегеҙ,- тине Әхәт Йәүҙәт улы.
- Беҙ бик шатбыҙ. Йәш ғаиләләргә торлаҡ – мөһим мәсьәләләрҙең береһе. Ошо оло проблеманы хәл итеүҙә ярҙамлашҡан муниципаль район хакимиәтенә һәм торлаҡ секторы белгестәренә рәхмәт белдерәбеҙ. Бирелгән сертификат суммаһына ҡушып ауылыбыҙҙа берәй йорт һатып аласаҡбыҙ, йә берәй өй төҙөп тә ҡуйырбыҙ әле. Һыйырҙарыбыҙ, атыбыҙ бар, киләсәктә лә мал үрсетеп, тырышып эшләп йәшәрбеҙ, тип уйлайбыҙ.