Все новости
Социаль мөхит
15 Мая 2018, 13:16

ЕТӘҮҺЕ ЕҢДЕ

Һуңғы йылдарҙа урындағы башланғыстарҙы бойомға ашырыу программаһы тураһында йыш ишетергә тура килә. “Юшатыр” гәзите лә был турала йыш ҡабатлай.

Һуңғы йылдарҙа урындағы башланғыстарҙы бойомға ашырыу программаһы тураһында йыш ишетергә тура килә. “Юшатыр” гәзите лә был турала йыш ҡабатлай.

Программаға ярашлы районыбыҙҙа нимәләр башҡарылғаны, нимәләр алынғаны тураһында ла яҙҙыҡ. Быйыл да был программа үҙ эшен әүҙемләштерә. Республика буйынса, урындағы үҙидаралыҡты үҫтереүҙә мөһим әһәмиәткә эйә булған программала барлығы 840 проект ҡабул ителгән. Урындағы халыҡ тәҡдим иткән проекттар араһынан 498-е үткән. Ә районыбыҙҙың 12 ауыл советының 11-е программала ҡатнашырға теләк белдереп ғариза биргәйне, уларҙың 7-әүһе еңеп сыҡты. Программала ҡатнашыр алдынан, булған проблема өйрәнелеп, урындарҙа йыйылыштар үткәрелә. Аҙаҡ инициатив төркөм булдырылып, фотоға төшөрөү, протокол тултырыу һәм башҡа төрлө документтар йыйыу эштәре башҡарыла. Һуңынан улар әҙер булғас, тейешле органдарға тапшырыла. Конкурсҡа йыйған документтар балдар буйынса билдәләнә. Иң мөһим балл тип йыйылышта халыҡтың күплеге билдәләнә, балдар күберәк булған һайын еңеүгә өмөт тә ҙурыраҡ була.

Алла бирһә, был программаға ярашлы, быйыл Илкәнәй ауыл советының Йомағужа зыяратын кәртәләйәсәктәр. Изге эште башҡарыу өсөн барлығы 300 мең һум аҡса кәрәк буласаҡ. Шулай уҡ Мораптал ауыл советына ҡараған Аҡһары зыяратын да кәртәләү планлаштырылған. Был изге эш өсөн 1 млн 218 мең 560 һум ҡаралған. Свобода ауыл советының Түкән зыяратын кәртәләүгә 464 мең һум планлаштырылған. Яҡшымбәттәр иһә, әлеге программа сиктәрендә 654 мең һумға трактор өсөн тағылма ҡорамалдар аласаҡ. Таймаҫ ауыл советы 1 млн 300 мең һумға 900 литр һыу һәм 60 кг күперек һыйҙырышлы янғын һүндереү машинаһы алырға ниәтләй. Шулай уҡ Зәк-Ишмәт халҡы Шәмсетдин Зәки урамының 856 метр оҙонлоғондағы юлын ремонтлаясаҡ. Бының өсөн 700 мең һум китәсәк. Ленин ауыл советының Бөгөлсән ауылының Үҙәк урамы юлына 1 млн һумлыҡ асфальтте һаҡлаусы ҡатлам һалынасаҡ.


Читайте нас: