Бәләкәй Муса халҡы изге Рамаҙан айына үҙҙәренең ауылын тағы ла күркәмерәк, тағы ла йәмлерәк итте. Улар ошо көндәрҙә ауыл зыяратын Илкәнәй ауыл советы хакимиәте һәм ауыл халҡы ярҙамында алынған заманса штакетниктар менән кәртәләп ҡуйҙылар. Татыу ауыл халҡына ҙур рәхмәт! Улар Еңеү байрамына һәйкәлде лә тәртипкә килтерҙеләр. Ветерандарға оло хөрмәт күрһәттеләр. «Үҙебеҙҙең тыуған яҡтарыбыҙҙы шулай итеп таҙа, матур тотайыҡ, матурлыҡты киләсәк быуынға һаҡлайыҡ!» - тип өндәшкем килә барлыҡ район халҡына.
Тимербайҙа сәмле, тырыш кешеләр йәшәй. Кемдеке - уларҙыҡы, тиһендәр, тип көн итә. Бына яңыраҡ халыҡ дәррәү генә сыҡҡан да зыяратты ла, бер ҡыҙғанда, ауылды ла гөлдәй итеп ҡуйған.
Яманһарылар берҙәм халыҡ - зыяратты тәртипкә килтерергә кәрәккәс, тиҙ генә йыйнала һалып сыҡтылар ҙа, ҡасандыр барыбыҙ ҙа шунда килер, әле ата-бабаларыбыҙ ятҡан изге урынды матурлап та ҡуйҙылар.