Үткән йома Айсыуаҡ мәҙәниәт йортонда “Беҙ-бер ғаилә” тип исемләнгән ғаилә байрамы үтте.
Районыбыҙҙағы “Ғаилә” үҙәге етәксеһе Наталья Савенкова, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Вера Фросина, ЗАГС бүлеге начальнигы Светлана Иванова етәкселегендә ойошторолған сарала 12 ауыл советынан ғаиләләр ҡатнашты һәм ҡунаҡтар ҙа күп булды.
Байрам барышында ғаиләләр бер-береһе менән танышты, үҙҙәренең ғаиләләре тураһында видеояҙмалар ҙа күрһәтте. Ғаиләләрҙең төрлө конкурстарҙа, эстафеталарҙа үҙ-ара ярышыуҙары ҡыҙыҡлы булды, уларҙың бер-береһе менән дуҫлыҡ ептәрен нығытты. Сара “Бәпембә” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәренең, Аҙнабаевтар ғаиләһенең, Айсыуаҡ мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәренең йыр-бейеүҙәре менән үрелеп барҙы.
Байрам ғаиләләрҙең бергәләп ултырып сәй эсеүҙәре һәм флешмоб бейеүҙәре менән тамамланды.