Все новости
Социаль мөхит
1 Июня 2018, 13:50

НИМӘ УЛ БӘХЕТ?

Һәр кем үҙенсә бәхетле, тиҙәр. Был мәңгелек төшөнсә. Уға һис кенә лә аныҡ яуап биреп булмай. “Юшатыр” ҙа Халыҡ-ара Балаларҙы яҡлау көнө алдынан кескәйҙәрҙән “Бәхет” төшөнсәһен белеште. “Нимә ул бәхет?” һорауына улар күҙлегенән түбәндәге яуаптарҙы алдыҡ.

Һәр кем үҙенсә бәхетле, тиҙәр. Был мәңгелек төшөнсә. Уға һис кенә лә аныҡ яуап биреп булмай. “Юшатыр” ҙа Халыҡ-ара Балаларҙы яҡлау көнө алдынан кескәйҙәрҙән “Бәхет” төшөнсәһен белеште. “Нимә ул бәхет?” һорауына улар күҙлегенән түбәндәге яуаптарҙы алдыҡ.

Фидан ҒҮМӘРОВ, Яңы Мораптал ауылы (11 йәш):

- Мин бәхетле кеше. Аллаға шөкөр, атай-әсәйем бар. Ғөмүмән, ата-әсәләре иҫән булған кешеләрҙең барыһын да бәхетлеләр, тип уйлайым.

Донъялар тыныс булып, илебеҙҙә һуғыш булмаһа, шул да үҙе бер оло бәхет. Шәхсән алғанда, киләсәктә мәктәпте тамамлап, механик һөнәрен үҙләштереп, Себергә барып күп итеп аҡса эшләп үҙ ғаиләмде ҡорһам, бәхетле булырмын, тип хыялланам.

Кәмилә ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА, Зәк-Ишмәт ауылы (10 йәш):

- Беренсенән, мин был донъяла булғаныма бәхетлемен. Икенсенән, атай-әсәйем, мырҙам, туғандарым, дуҫтарым менән дә һис шикһеҙ бәхетлемен. Бәхет – ул бөгөнгө көн кисәгегә ҡарағанда уңышлыраҡ булһа, шулдыр, тип уйлайым. Үҙемдең айырым бүлмәм, уйынсыҡтарым бар. Йыймалыҡҡа аҡса йыйып велосипед алдыҡ, әле тағы ла аҡса йыя башланым, ул аҡсама планшет аласаҡмын. Был да үҙенсә бәхет.

Руслан ӘХМӘТОВ, Яманғол ауылы (13 йәш):

- Күптәнән бирле хыялланған АЙПИ телевидениеһын ҡуйырға киләләр бөгөн беҙгә. АЙПИҙы ҡуйып, интернет көсө тиҙерәк эшләй башлаһа, үҙемде тағы ла бәхетлерәк итеп тойормон. Үҙемдең алдыма ҡуйған маҡсатыма ирешһәм, шул бәхет. Әле ауылда һарыҡ көтөүе көтөп аҡса эшләйем. Үҙаллы аҡса эшләүем дә минең өсөн бәхет. Үҙ көсөм менән эшләгән аҡсама телефон, компьютерыма клавиатура алдым. Киләсәктә аҡсам күп булһа, бермә-бер бәхеле булырмын.

Әлфиә САЙТАКОВА, Күмертау ҡалаһы (9 йәш):

- Бәхет – ул ҡасан кешеләр йылмаялар, ҡыуаналар. Бар теләгән нәмәне лә һатып алып бөтөп булмай, бының өсөн бәхетһеҙләнеп ултырырға кәрәкмәй. Мин дә ҙурайып, үҙем аҡса эшләй башлағас, хыялланған әйберҙәремде һатып алырмын да тағы ла бәхетлерәк булырмын, тип уйлайым. Иң мөһиме барыһы ла иҫән-һау булһындар.

Динә ҒИЛМЕТДИНОВА, Күмертау ҡалаһы (7 йәш):

- Бәхетлемендер моғайын, тип уйлайым. Көн дә мәктәпкә йөрөү, унда уҡытыусым, дуҫтарым менән аралашыу - минең өсөн ҙур бәхет. Велосипед тураһында хыялланам. Оҙаҡламай тыуған көнөмә велосипед бүләк итһәләр, тағы ла бәхетлерәк булыр инем. Минең иң яратҡан байрамдарымдың береһе - Яңы йыл. Йыл да Ҡыш бабай, шыршы аҫтына теләгән бүләгемде һалып, мине ҡыуандыра. Шуға был байрам да минең өсөн бәхетле көн һанала.
Читайте нас: