Все новости
Социаль мөхит
5 Июня 2018, 12:56

ИҢ ҘУР САУАП

Изге Рамаҙан айында күптәр ниндәй ҙә булһа яҡшылыҡ ҡылырға тырыша, һәр кем ҡулынан килгәнсә эшләй быны: берәй кешегә йылы һүҙ өндәшһәң дә һәйбәт, мохтаждарға ярҙам итер ай бит, беҙҙең күбебеҙ бик йыш ана шундай һүҙҙәргә мохтажбыҙ.

Изге Рамаҙан айында күптәр ниндәй ҙә булһа яҡшылыҡ ҡылырға тырыша, һәр кем ҡулынан килгәнсә эшләй быны: берәй кешегә йылы һүҙ өндәшһәң дә һәйбәт, мохтаждарға ярҙам итер ай бит, беҙҙең күбебеҙ бик йыш ана шундай һүҙҙәргә мохтажбыҙ. Байтаҡтар һүҙ менән генә сикләнмәй, матди яҡтан яҡшылыҡ эшләй. Абдулда йәшәүсе Руслан менән Ләйсән Әҙеһәмовтар ауыл балаларына уйнар өсөн ҡорамалдар яһап ҡуйған. Был ғаилә үҙҙәре ике малай тәрбиәләй. Бала тиһәң, йәндәрен бирер кешеләр, ошондай ғәмәл ҡылып, Абдул бала-сағаһының рәхмәттәрен алдылар. Ә бала рәхмәтенән дә ҙурыраҡ сауап булыуы мөмкинме икән был донъяла?


Читайте нас: