Все новости
Социаль мөхит
14 Июня 2018, 11:09

АСФАЛЬТ ҺАЛЫНА

Зәк-Ишмәт ауылы эсендәге 1420 метр юлға асфальт юл һалынасаҡ, тип күптән түгел генә яҙғайныҡ. Бына 8 июндә ауылға ингән урындан алып, ауылдан сығып киткән ергә тиклем юлға асфальт һалыу башланды ла инде.

Зәк-Ишмәт ауылы эсендәге 1420 метр юлға асфальт юл һалынасаҡ, тип күптән түгел генә яҙғайныҡ. Бына 8 июндә ауылға ингән урындан алып, ауылдан сығып киткән ергә тиклем юлға асфальт һалыу башланды ла инде. Юл һалыуҙы Көйөргәҙе ДРСУ-һы башҡара. Баш инженер Евгений Моргачев әйтеүенсә, юл төҙөү өсөн ДРСУ-ының барлыҡ тиерлек техникаһы йәлеп ителгән. Аҙна аҙағына тиклем асфальт һалыу эше тамамланасаҡ. Юл барлыҡ ГОСТ стандарттарға ярашлы эшләнә. Аҡса (суммаһын әйтмәнеләр) республика бюджетынан бүленгән. Юлдың тирә-яғын тәртипкә килтереү, юл билдәләре ҡуйыу кеүек эштәр асфальт һалынып бөткәндән һуң, бер ай эсендә башҡарыласаҡ.

Яңы Муса-Илкәнәй 2 км оҙонлоғондағы юлына ла ошо көндәрҙә асфальт түшәлде. Юлды төҙөүҙе шулай уҡ Көйөргәҙе ДРСУ-һы башҡарҙы. Бында хәҙер юлдың тирә-яғын тәртипкә килтереү, юл билдәләре урынлаштырыу эштәрен тамамлайһы ғына ҡалды.
Читайте нас: