Әле ата-әсә ҡарауынан мәхрүм булған егет-ҡыҙҙарыбыҙға фатир итеп ҡасандыр техника ремонтлау предприятиеһының контораһы булған бинаны әҙерләйҙәр. Атап әйткәндә, йәтимдәр өсөн 22,6 – 38,8 кв метрҙағы бер бүлмәле 14 фатир буласаҡ бында. Эштәр тамамланып, август айында сират көткәндәргә фатир асҡыстары тапшырылыр тип планлаштырыла районда. Был бәхетле тантанала Башҡортостан буйынса баш федераль инспектор Михаил Закомалдиндың да ҡатнашыуы көтөлә.