Все новости
Социаль мөхит
6 Июля 2018, 12:42

ҒАИЛӘҺЕНӘН ҺӘМ ЭШЕНӘН ЙӘМ ТАБА

Санйын ауылындағы РАЙПО магазинында 2000 йылдан алып Фирүзә Туйгилдина һатыусы булып эшләй.

Санйын ауылындағы РАЙПО магазинында 2000 йылдан алып Фирүзә Туйгилдина һатыусы булып эшләй.

Яңы Ямаш ауылында тыуып үҫкән Фирүзә апай 1993 йылда Санйынға килен булып төшә һәм шул йылдарҙан уҡ сауҙа эшендә хеҙмәт итә башлай. «Эшем бик оҡшай. Магазиныбыҙҙа халыҡҡа нимә кәрәк, шуларҙың барыһы ла бар. Башҡа кәрәк әйберҙәре хаҡында ла килеп әйтәләр, һәм беҙ уларҙы заказ биреп алдырабыҙ. Ауылда күбеһенсә пенсионерҙар йәшәй. Төрлө хәлдәр булып китә, кешенең аҡсаһы булмаған саҡта беҙ уларҙың хәленә инеп, көтәсәккә лә биреп торабыҙ. Эш хаҡыбыҙ күпме һатыуыбыҙға бәйле», - ти Фирүзә Рәүех ҡыҙы. Оҙаҡ йылдар «Көйөргәҙеагропродукт» йәмғиәтендә механизатор булып эшләгән тормош иптәше Йәүҙәт Әүхәт улы менән улар 2 ҡыҙ һәм бер ул тәрбиәләп үҫтергәндәр. Оло ҡыҙҙары Зилә әсәһенең юлынан китеп, Күмертау ҡалаһында сауҙа өлкәһендә хеҙмәт итә. Улдары Марат гипс эшкәртеү комбинатында эшләй, ә кесе ҡыҙҙары Рүзәлиә Өфө дәүләт авиация техник университетының 4-се курсын тамамлаған. «Тормош иптәшемдән уңдым. Ғүмере буйы алдынғы, хөрмәт ҡаҙанған механизатор булып эшләй. Бик күп Маҡтау грамоталарына лайыҡ. Балаларым да үҙҙәренең уңыштары менән гел ҡыуандырып тора. Ауыл кешеләре ял ваҡытында ла, кис көндәрендә лә килеп, магазинды астырып, кәрәкле әйберҙәрен алып китә. Ғаиләм дә өйрәнеп бөткән инде бындай хәлгә. Улар аңлап ҡабул итәләр. Ғаиләмде лә, эшемде лә бик яратам», - ти Фирүзә апай үҙенең яратҡан ғаиләһе һәм эше хаҡында.

Беҙ барған саҡта ла Фирүзә Рәүех ҡыҙының төшкө ялға ҡайтҡан мәле ине. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, асҡыстарын шылтыратып, эш урынына йүгерә һалып килеп етте. «Коллегаларымды шулай уҡ етәкселәребеҙҙең барыһын да үҙебеҙҙең һөнәри байрамыбыҙ менән ысын күңелдән ҡотлайым. Еңел булмаған эштәрендә ҙур уңыштар, ғаилә именлеге, ныҡлы һаулыҡ теләйем», - тип оҙатып ҡалды һәр ваҡыт ғаиләһенән һәм эшенән йәм табыусы Санйын һатыусыһы.



«Көйөргәҙе» ҡулланыусылар йәмғиәтенең хөрмәтле хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары!

Һөнәри байрамығыҙ – Халыҡ- ара кооперация көнө уңайынан ихлас ҡотлауҙарымды ҡабул итегеҙ!

Ҡулланыусылар кооперацияһы үҙенең барлыҡ үҫеш этаптарында ла ауыл эшсәндәре мәнфәғәттәренә хеҙмәт итте. Ҡулланыусылар кооперацияһы хеҙмәткәрҙәренең ҙур эш тәжрибәһе, юғары һөнәрилеге һәм эшкә яуаплы ҡарашы район халҡын кәрәкле көнкүреш тауарҙары менән ваҡытында тәьмин итеүгә һәм көнкүреш хеҙмәте күрһәтеүгә ыңғай булышлыҡ итә. Киләсәктә лә һеҙҙең эшмәкәрлегегеҙ ауыл кешеләрен хәстәрләүгә, уларҙың был өлкәләге ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереүгә йүнәлтелеренә ныҡлы ышанам.

Һеҙгә ысын күңелдән ҡоростай сәләмәтлек, именлек, ҡулланыусылар кооперацияһының нығыныуында, үҫеүендә уңыштар теләйем!

Ә.Й. ҠОТЛОӘХМӘТОВ,
Көйөргәҙе районы муниципаль район Хакимиәте башлығы



Читайте нас: