Все новости
Социаль мөхит
10 Июля 2018, 11:41

ХАЛЫҠ РИЗА ТҮГЕЛ

Ҡуйсәле был пенсияны. Уның тирәһендәге шау-шыуҙы. Йә оҙайталар пенсия йәшен, йә беҙҙән алған аҡсаны туңдыралар, йә бер төрлө итеп йыялар пенсияны, йә икенсе төрлө, ҡалай итеп быларҙы яҡшыраҡ талайыҡ, тигәндәй. Халыҡ риза түгел, тик күберәген телевизор янында һүгенеүҙән ары китә алмайҙар.

Ҡуйсәле был пенсияны. Уның тирәһендәге шау-шыуҙы. Йә оҙайталар пенсия йәшен, йә беҙҙән алған аҡсаны туңдыралар, йә бер төрлө итеп йыялар пенсияны, йә икенсе төрлө, ҡалай итеп быларҙы яҡшыраҡ талайыҡ, тигәндәй. Халыҡ риза түгел, тик күберәген телевизор янында һүгенеүҙән ары китә алмайҙар.

Бына әле генә урамға сығып та дәғүә белдерә башланылар: нишләйһегеҙ, 65 йәшкә тиклем йәшәп булмай ҙа баһа. Тағы ла бер нәмәгә риза түгел икән халыҡ – пенсияға сығып та эшләп йөрөгәндәрҙең пенсия аҡсаһы алыуына. Бындай кешеләр ныҡ бай була – пенсия ла ала, эш хаҡын да – ғәҙел түгел тип, Хөкүмәткә хат әҙерләй. Эш хаҡы ала икән, тимәк, пенсия түләнмәһен уға. Был хатҡа 30 мең ҡултамға йыйылған да инде.

... Беҙҙә бер инәй бар, йәше 70-тә, һаман да иҙән йыуыусы булып эшләй. Аллаға шөкөр, һаман йүгереп йөрөй ул, нишләп ял итеп кенә тик ятмайһың, аслыҡты ла күргәнһең, ғүмерең буйы хөкүмәткә бил бөккәнһең, тыныс йәшәп ҡалырға кәрәк тә инде тигән һорауға: ейәндәрҙең ипотекаһы бар бит, балаҡай, тип яуап бирҙе.


Тамара ҒӘНИЕВА:

Пенсия йәшенә еткән кеше, һаулығы етеп эшләп йөрөһә лә, пенсия алырға тейеш, сөнки пенсия аҡсаһы хөкүмәттеке түгел бит, кешенең үҙ эш хаҡынан түләнеп барылған хәләл аҡсаһы. Кеше ҡоторғандан эшләп йөрөмәй инде ул, можтажлығы булғандан. Мин 63 йәшкә саҡлым эшләнем. Пенсиямды йыйып, ҡартайған көнөмдә генә әҙәм рәтлерәк торлаҡлы була алдым. Ҡатын-ҡыҙҙың пенсия йәшен арттырмаҫҡа кәрәк ине. Сөнки бисәләр былай ҙа донъя көтөү мәшәҡәттәре эсендә ҡайнап йәшәй. Ҡалаларҙа оранжевый жилеткала юл, рельс һалыусылар, ауылдарҙағы һауынсылар пенсия йәшен көтә-көтә ауыр эш башҡара. Шәп түгел был реформа. Цивилизация алға тәгәрәй, кешегә мөнәсәбәт артҡа...
Читайте нас: