Все новости
Социаль мөхит
10 Июля 2018, 10:53

ҺЫУ ИНГӘНДӘ ҺАҠ БУЛ

Башҡортостанда һыу инеү миҙгеле башланғандан алып 25 кеше, шул иҫәптән 5 бала батып үлгән. Бәхетһеҙ осраҡтарҙың күбеһе һыу инеү тыйылған урындарҙа булған.

Башҡортостанда һыу инеү миҙгеле башланғандан алып 25 кеше, шул иҫәптән 5 бала батып үлгән. Бәхетһеҙ осраҡтарҙың күбеһе һыу инеү тыйылған урындарҙа булған.

Йыһазландырылмаған һәм һыу инеү тыйылған һыу ятҡылыҡтарында һыу инеү ҡәтғи рәүештә тыйыла.

Иҫерек килеш һыу инеү кеше ғүмере өсөн үтә лә ҡурҡыныс. Тап бына һыуға батып үлеү фажиғәләренең күбеһе ошо сәбәп арҡаһында.

Яңғыҙ, өлкәндәрҙең контроленән тыш, балаларҙы һыу инергә ебәрмәгеҙ, яндарында булығыҙ. Өрөп тултырмалы матрас, автомобиль камералары кеүек һыу инеү өсөн тәғәйенләнмәгән саралар ҡулланыуҙың һыу ингәндә хәүефле икәнлеген балаларға аңлатығыҙ.

Т. ЮЛАМАНОВ


Читайте нас: