Все новости
Социаль мөхит
17 Июля 2018, 11:51

ТИҘ АРАЛА ЙЫЙыР КӘРӘК

ППМИ тигән программаны бик маҡтайҙар - халыҡҡа ысын мәғәнәһендә ярҙам булды, тиҙәр. Беҙҙең район былтыр ошо программала арыу ғына ҡатнашып, байтаҡ эштәр башҡарылғайны. Быйылғыһына бар силсәүиттәр ҙә эләгә алманы, 7-һен генә үткәрҙеләр. Ҡалған бишәүһе рәхәтләнеп ял иткән арала (программала юҡһың икән, һинән һорау ҙа юҡ), теге етәүһенең аҡса йыям тип хәле бөтә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: был программала ҡатнашыу өсөн башҡарыласаҡ эшкә тотонор аҡсаның күпмелер өлөшөн халыҡ һәм спонсорҙар бирә. Властар, ошолай булһа, яҡшыраҡ була - кеше үҙ аҡсаһын сығарып һалһа, эшләгән эш, алынған әйберҙең ҡәҙере булыр, ти.

ППМИ тигән программаны бик маҡтайҙар - халыҡҡа ысын мәғәнәһендә ярҙам булды, тиҙәр. Беҙҙең район былтыр ошо программала арыу ғына ҡатнашып, байтаҡ эштәр башҡарылғайны. Быйылғыһына бар силсәүиттәр ҙә эләгә алманы, 7-һен генә үткәрҙеләр. Ҡалған бишәүһе рәхәтләнеп ял иткән арала (программала юҡһың икән, һинән һорау ҙа юҡ), теге етәүһенең аҡса йыям тип хәле бөтә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: был программала ҡатнашыу өсөн башҡарыласаҡ эшкә тотонор аҡсаның күпмелер өлөшөн халыҡ һәм спонсорҙар бирә. Властар, ошолай булһа, яҡшыраҡ була - кеше үҙ аҡсаһын сығарып һалһа, эшләгән эш, алынған әйберҙең ҡәҙере булыр, ти.

Ваҡыт ныҡ ҡыҫа, тиҙ арала аҡса йыйып өлгөрөр кәрәк. Илкәнәйҙәр афариндар - халыҡтан 45 һәм спонсорҙарҙан да ошо уҡ сумманы алған. Ленин силсәүитенә кешенән 100 мең йыйырға кәрәк, әле 43 мең самаһын ғына ала алғандар, спонсорҙарҙан 140 мең алырға кәрәкһә, 100 меңе уже силсәүит кеҫәһенә кереп ятҡан. Зәктәр халыҡтан алынырға тейеш 73 меңде ала алған, тик юридик шәхестәр генә бик ыжламай - кәрәк 73 мең урынына 2 меңде генә биргәндәр. Таймаҫтар 135 мең һумды халыҡтан,ошолай уҡ сумманы спонсорҙарҙан алырға тейеш булһа, әле тегенән дә, бынан да бер тин юҡ. Ауыл башлығы бар ул, тик отчет ҡына биреп өлгөрмәнек, ти. Свобода нисек тә халыҡты күндереп 40 мең һум биреүҙәренә ирешергә тейеш булһа, әле 24 меңе тупланған, юридик шәхестәр йәлләмәй генә 45 мең тәңкә сығарып һалырға тейеш, ә улар әлегә шулай уҡ бер тин аҡса ла күсермәгән. Ауыл башлығы был йәһәттән борсолмай: 45 мең була, ти. Мораптал халҡы 266,5 мең һум сығарып бирергә тейеш, әле 156 меңен генә биргән. Спонсорҙар 147 мең күсерәһе урынға әлегә 30 меңде махсус иҫәпкә күсергән. Яҡшымбәт халҡы аңлы - 68 мең һум йыйырға кәрәк тинеләр, улар шунда тейешле сумманы сығарған да һалған. Спонсорҙар ғына аңлы түгел - 68 мең урынына әлегә 5,4 меңде генә тапшырған.

Ваҡыт аҙ ҡала, сама менән бер ай эсендә аҡсалар йыйылып, тейешле документтар тупланып, кем нимә эшләргә уйлай, шул эштәргә старт бирелергә тейеш. Барыһы ла ваҡытында эшләнеп, барыһы ла кемгә нәмә кәрәк, шуға ирешер, тип ышанабыҙ. Кемгә зыяратты тәртипкә килтерергә, кемгә тракторға агрегат алырға, кемгә янғын машинаһы...


Иҫегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ:

Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы буйынса Илкәнәй ауыл советының Йомағужа зыяратын кәртәләйәсәктәр. Шулай уҡ Мораптал ауыл советына ҡараған Аҡһары зыяратын да, Свобода ауыл советының Түкән зыяратын да кәртәләү планлаштырылған. Яҡшымбәттәр иһә, был программа сиктәрендә трактор өсөн тағылма ҡорамалдар аласаҡ. Таймаҫ ауыл советы 900 литр һыу һәм 60 кг күперек һыйҙырышлы янғын һүндереү машинаһы алырға ниәтләй. Шулай уҡ Зәк-Ишмәт халҡы Шәмсетдин Зәки урамының 856 метр оҙонлоғондағы юлын ремонтлаясаҡ. Ленин ауыл советының Бөгөлсән ауылының Үҙәк урамы юлына асфальтте һаҡлаусы ҡатлам һалынасаҡ.


Марина АНТОНОВА, районыбыҙҙа финанс идаралығы начальнигы урынбаҫары - бюджет буйынса инспекция начальнигы:

- Урындағы инициативаны яҡлау программаһына ярашлы аҡса республиканан ҡасан күсеүе әлегә билдәһеҙ. Бәлки, ул аҡсалар иртәгә үк күсер, шуға был программала ҡатнашыусы ауыл советтарына шәберәк ҡыбырларға кәрәк. Аҡсаны тиҙерәк йыйған һайын яҡшыраҡ. Сөнки шарт буйынса ауыл советынан аҡса булмай тороп, беҙ республиканан күскән аҡсаны ауыл биләмәләренә күсерә алмайбыҙ. Әгәр алдан планлаштырылған сумманы йыйып өлгөрмәйҙәр икән, тимәк, уларҙың республиканан күскән ярҙамдары кире ебәрелеүе, ә үҙҙәренең был программанан төшөп ҡалыуҙары ихтимал. Барыһы ла яҡшы булыр, тип ышанабыҙ, ауыл советтары ла тиҙ арала аҡса йыйылып бөтөр, тип вәғәҙә бирҙеләр.
Читайте нас: