Все новости
Социаль мөхит
28 Августа 2018, 11:24

ПРОБЛЕМА ХӘЛ ИТЕЛӘ

Таймаҫтан Ульяновкаға барғандағы күпер үтерлек түгел хәлгә килгән.

Таймаҫтан Ульяновкаға барғандағы күпер үтерлек түгел хәлгә килгән (фотола). Ульяновка бөтөп барған ауыл тиһәң дә, бында йәшәгәндәр бар әле. Ә таймаҫтар ул яҡтарҙа бесән саба, бал ҡорто тота. Күперҙе урап үтәләр әлегә, бик ҡурҡмағандары өҫтөнән дә үтеп китә. Беҙгә гәзит уҡыусыбыҙ: «Күпер ҡасан булыр?» - тигән һорау менән яҙғас, «Юшатыр» Таймаҫ ауыл башлығы И. Юлдыбаевҡа мөрәжәғәт итте. Ильяс Искәндәр улы, был проблема хәл ителә, тине беҙгә. Көйөргәҙе юл ремонтлау идаралығына әйтелгән, тиҙҙән улар кран ебәреп, күперҙе күтәрәсәктәр һәм аҫтына бетон плиталарҙы рәтләп һалып, күперҙе тейешле итеп урынына ултыртып китәсәктәр, тине.


Читайте нас: