Все новости
Социаль мөхит
16 Октября 2018, 13:41

АУЫЛЫБЫҘ МАТУР

Һаумыһығыҙ, “Юшатыр” гәзите редакцияһы! Һеҙгә эшегеҙҙә уңыштар теләп хат яҙыусы Суфия Тәржемәнова.

Һаумыһығыҙ, “Юшатыр” гәзите редакцияһы! Һеҙгә эшегеҙҙә уңыштар теләп хат яҙыусы Суфия Тәржемәнова. Беҙҙең Абдул ауылын белмәгән кеше һирәктер, шул ауыл тураһында әҙерәк яҙып китергә уйланым.


Абдул ауылы төҙөк, матур, халҡы ла эшсән. Быйыл беҙҙә байтаҡ ҡына эштәр башҡарылды: мәктәпкә ремонт эшләнде, фельдшер-акушерлыҡ пункты яңыртылды, мәҙәниәт усағынды ла ремонт бара. Мәсетебеҙ ауылды биҙәп тора, аҙан тауышын тыңлап, күңелгә рәхәтлек алабыҙ. Почта эшләй, гәзит-журналдар алдырабыҙ, әле льготалы подпискаға яҙылдыҡ. Алла бирһә, юлдарҙы төҙөкләндерһәләр, беҙҙең ауыл да “Матур ауыл” исеменә лайыҡ булырлыҡ.

“Ләйсән” балалар баҡсаһы эшләп килә. Унда эшләгән тәрбиәселәрҙе айырыуса маҡтап яҙғы килә. Тәрбиәселәр Рәсимә Шабаева, Рәйфә Яҡупова, ашнаҡсы Фәниә Ниғмәтуллина, оло тәрбиәсе Айгөл Әхмәтйәнова күңелдәрен биреп эшләйҙәр. Әйткәндәй, Айгөл районда булған тәрбиәселәр конкурсында 3-сө уырнға лайыҡ булып “Юшатыр” гәзитенең махсус бүләген дә алды. Баҡсала егермегә яҡын бала йөрөй. Райондан килеп тикшергәндән һуң тик яҡшы яҡтарын ғына билдәләп киттеләр.

“Ләйсән” балалар баҡсаһында эшләп хаҡлы ялға киткән тәрбиәселәр Флүзә Ниғмәтуллина, Миңнур Рамаҙанова, Мәүлиҙә Хисамова һәм башҡаларға иҫән-һау ял итергә яҙһын, ә “Ләйсән”дә эшләгән тәрбиәселәргә уңыштар теләйем. Уҡыусыларҙың тырышып уҡыуында тәрбиәселәрҙең дә өлөшө ҙур.
Читайте нас: