Все новости
Социаль мөхит
16 Октября 2018, 13:01

УҢҒАН ҒАЙСИНДАР

Беҙҙең Абдул ауылында бигерәк уңған кешеләр йәшәй инде.

Беҙҙең Абдул ауылында бигерәк уңған кешеләр йәшәй инде.


Ауылдың Үҙәк урамынан керһәң, һәр бер йорт сәскә эсендә ултыра. Илгиз абый менән Шәмсеҡәмәр апай Ғайсиндарҙың йортона керһәң, Сочиҙа йшәйҙәр икән, тип уйларлыҡ. Береһенә 81 йәш, икенсеһенә 80 йәш булһа ла, йәштәр кеүек сәскә араһында ғына сәй эсеп ултыралар. Илгиз абый — районыбыҙҙың Почетлы гражданы, 20 йыл комбайнда эшләне. Бик күп Маҡтау грамоталары, «Хеҙмәт даны», «Хеҙмәт Ҡыҙыл Байрағы», «Почет билдәһе» ордендары менән бүләкләнде. Илгиз абый менән Шәмсеҡәмәр апай 4 бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Балалары ла үҙҙәренә оҡшап бик уңғандар. Төйлөгәндә йәшәгән ҡыҙҙары Әнфисә ғаиләһендә 1 ул, 1 ейән үҫтерә. Яҡшымбәттәге Гөлнәфистең дә 2 улы, 2 ейәне үҫә. Өфөлә йәшәүсе Гүзәл ҡыҙҙары ғаиләһе менән 2 улға ғүмер биреп, 1 ейән үҫтерәләр. Ауылда йәшәгән Ниғмәт улдары 2 ул һәм 2 ҡыҙ тәрбиәләй. Уларҙың игеҙәктәре Рәсилә менән Вәсилә ғаиләләре менән Өфөлә йәшәйҙәр. «Шулар өсөн ҡыуанып ғүмер итәбеҙ инде», - ти әбей менән бабай. Илгиз абый, оло булһа ла, ауылда 15 йыл буйы староста вазифаһын башҡарҙы. Абдул ауылының мәсетен астырыуҙа уның хеҙмәте бик ҙур. Рөхсәт алыр өсөн Өфөгә лә бик күп йөрөнө ул. Шул саҡта уның Өфөлә йәшәүсе кейәүе Хәлил Хәсәновтың спонсорлыҡ ярҙамы күп тейҙе. Мәсеткә ярҙам итеп, 4 кубометр брус бирҙе, 10 кубометр таҡта килтертте, үҙенең машинаһы менән 12 тәҙрә килтерҙе. Илгиз абый һәр йома һайын мәсеткә йөрөй. Абдул ауылы халҡы исеменән Илгиз абыйға һәм уның кейәүенә бик ҙур рәхмәт белдерәбеҙ. Мәсеттә аҙан әйтеп, намаҙ уҡыған һайын, Аллаһы Тәғәлә һеҙгә сауабын ебәрһен. Эштәрегеҙ, юлдарығыҙ уң булһын. Ғаиләләрегеҙ менән бергәләп балаларығыҙҙың, ейәндәрегеҙҙең шатлыҡ-ҡыуанысын күреп, иҫән-һау йәшәгеҙ. Амин.
Читайте нас: