Абдул ауылында сход үтте. Унда Яҡшымбәт ауыл советы хакимиәтенең эштәр идарасыһы Гөлшат Бикмаева, старостабыҙ Азат Ниғмәтуллин ҡатнашты. Йыйылышта бөгөнгө көндә иң актуаль проблемаларҙың береһе булған — ППМИ программаһы буйынса ниндәй эш башҡарасаҡбыҙ, тигән һорау ҡуйылды. Күмәкләшеп кәңәшләшкәс, ауыл зыяратын кәртәләргә һөйләштек. Белеүегеҙсә, был программа буйынса, эшләнәсәк эш өсөн кәрәкле сумманың бер өлөшөн халыҡ үҙе йыйырға бурыслы. Абдулдар зыяратты кәртәләү өсөн һәр йорттан 1 мең 200-шәр һум аҡса йыйып тапшырыу тәҡдиме менән риза булды. Әлбиттә, спонсорҙар ярҙамы ла йәлеп ителәсәк.
Шулай уҡ был сходта ауыл халҡы һыу мәсьәләһен дә күтәрҙе. Беҙҙең Абдул ауылында эсәр һыу бик үк һәйбәттән түгел. Шуға күрә икенсе йылға ошо проблеманы ла хәл итергә кәрәклеге тураһында белдерҙеләр. Киләһе йылда «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар» байрамы үткәреү эштәре тураһында ла һөйләштек. Халыҡты бөгөнгө көндә тағы ла бер һорау ныҡ борсой. Ул да булһа, 2019 йылдан башлап сүп-сар ташыу өсөн түләү. «Был түләүҙәр ауыл халҡы өсөн бик ҡыйынға тура киләсәк. Биш кешенән торған ғаилә ай һайын бер мең һумдан да артығыраҡ аҡсаһын сығарып һалырға тейеш буласаҡ. Былай ҙа бензингә һәм башҡа нәмәгә хаҡтар артып тора», - тип баштары ҡатҡан ауылдаштарымдың.