Все новости
Социаль мөхит
9 Ноября 2018, 13:25

«АҠСА ЮҠ, ТИҘӘР»

Ермолаевоның “Коммунальник” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте халыҡтан йылылыҡ өсөн аҡсаһын ала алмай яфалана.

Ермолаевоның “Коммунальник” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте халыҡтан йылылыҡ өсөн аҡсаһын ала алмай яфалана.


Күп ҡатлы йорттарҙа йәшәгән кешеләр хаҡында бара һүҙ. Барлығы бындай 32 йорт бар Ермолайҙа. Хет әллә нимә эшлә, түләмәйҙәр, бушҡа ғына рәхәтләнеп йылынып тик яталар. Барыһы ла түгел, тик бурыс апаруҡ йыйылған, хатта 150 мең һумға ла еткергәндәр, бар тиҙәр. Аптырап-алйығас, кешенең ниндәй күҙгә күренер, тотоп ҡарар арыу әйбере бар, шуларҙы тартып алырға кәрәк, тинеләр. Һыуытҡысмы шунда, телевизормы. Әлбиттә, олатайыңдан ҡалған “Рекорд” телевизоры йәки “Йүрүҙән” һыуытҡысы булһа, әйбереңде таларға килгән кеше уларға әйләнеп тә ҡарамаясаҡ. Бәлки, күптән кеше мөлкәтен ташып та бөткән булырҙар ине, алынған әйберҙе ҡуйырға урын юҡ. Ермолаево урамын буйлатып теҙеп ултыртып ҡуйып булмай ҙа баһа уларҙы. Тимәк, кемдең йылылыҡ буйынса бурысы бар, шуларға ҡыйбатлы әйберҙәрен йәшерергә хәйлә уйларға ваҡыт бар әле. Мәҫәлән, көндөҙ телевизор-ғәләмәтеңде баҙға тыҡтың, ә кисен сығарып рәхәтләнеп кино ҡараның. Иртән тегене әпәт баҙға төшөрҙөң. Төнөн килеп баҫмаҫтар әле. Арыуыраҡ кейем-һалымды ла йәшерер кәрәк, тегеләр килде, ә һинең элгәстә алама куфайканан башҡа нәмәң юҡ. Телевизор юҡ, һыуытҡыс юҡ, буп-буш йорт эсендә бер өҫтәл дә, дүрт ултырғыс. Өҫтәлдә күмер үтеге ултыра. Йәнә лә өҫтөнә ятһаң, шығырҙығын сыҡҡан карауат бар. Торғаны менән бер байғош булаһың инде. Бәлки, тегеләр йәлләп, ҡул һелтәр ҙә китер, үтә ныҡ ярлы тип, пособие ла бирерҙәр, бурысыңды списать итерҙәр.

Сергей СЕЛИЩЕВ, “Коммунальник” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры:

-Халыҡтың нишләп түләмәгәндәренең сәбәбен белмәйем, аҡса юҡ, тиҙәр. Бурыслыларҙың суммаһы ҙур ғына йыйылды, хәҙер ундай кешеләр өҫтөнән судҡа иск яҙып ебәрергә мәжбүрбеҙ.
Читайте нас: