Ҡайҙа барып, кемгә хәлен һөйләргә белмәгән бәғзеләр аптыраған көндән редакцияға киләләр. Ошо көндәрҙә беҙгә Рая Фәйзуллина исемле 60 йәшлек пенсионер килеп, үҙенең аһ-зарҙарын түгеп, шулай уҡ тормош хаҡындағы уйланыуҙарын һөйләп китте. Уны һеҙгә лә тәҡдим итмәксебеҙ.
- Күмертау ҡалаһына күсеп килгәне бирле, 1989 йылдан алып ҡаланың бер дөйөм ятағында 21,6 квадрат метр бүлмәлә көн итәм. Бында пропискала бер үҙем генә торам, шулай булыуға ҡарамаҫтан, квартплатам бигерәк күп. 10 мең һум пенсия алам, шуның 4 меңен ай һайын торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләп торам. Ҡалған 6 мең һумға тағы 1 ай буйы нисек йәшәргәлер? Бында йәшәгән йәштәрҙең күбеһе ул квартплатаны түләмәй. Аҡсаһыҙ түгелдәр бит улар. Ҡыуып та сығара алмайҙар уларҙы, килеп светтәрен өҙөп киткән булалар, шуның менән вәссәләм. Беләһегеҙме, ятаҡтың коммуналь хеҙмәт өсөн 4 млн һум бурысы йыйылып киткән. Мин генә, ас ултырһам ултырам, ай һайын түләп барған булам. Капиталь ремонт өсөн дә түләйбеҙ бит, әммә ул ремонтты күргән дә юҡ. Туалеттар тулып китә, һаҫыҡ еҫ тарала. Подъездағы тәҙрәләрҙән ел үтә өрөп тора. Ул тараҡан менән ҡандалаларҙы әйтеп тораһы ла юҡ. Вахтерҙарыбыҙ бар, уларҙың да берәүҙәре еренә еткереп эшләй, ҡайһылары илке-һалҡы ғына йөрөй шунда. Дөйөм ятаҡта эскеселәр бигерәк күп бит. Үлтерештәр булғаны ла бар, хатта. Вахтаны алмаһындар инде, уны ла алһалар, «пропал» әтеү.
Мин үҙем Миәкә районы Оло Кәркәле ауылында тыуып үҫтем. Заманында ауылдашым Айҙар Ғәлимов менән бергә концерттар ҡуйып йөрөй торғайным. Салауат ҡалаһында педучилище бөттөм, БДУ-ның биология факультетында ситтән тороп 4 курс уҡыным, әммә тамамлау мөмкинлеге теймәне. Кейәүгә сығып, ирем менән апайым һәм һеңлем янына, ошо Күмертауға, килеп төпләндек. 18 йыл мәғариф системаһында эшләнем. Минең ир, мине ташлап Өфөгә сығып китте. Ҡыҙым һәм улым Өфөлә йәшәйҙәр. Әй, ҡалала бала тәрбиәләүе бигерәк ҡыйын икән дә ул. Ауылдағы кеүек эш күреп үҫмәгәс, балалар бигерәк ялҡау булалар. Беҙ, әсәй кешеләр, ғүмер буйы шул балалар, тип йәшәгән булабыҙ ҙа ул. Балаларын ташлап, кейәү эҙләп сығып киткән ҡатындар ҙа бар, әлбиттә. Бала тигәс, ярай әле минең балалар имен-һауҙар. Бына ғәрип балаларҙы күреп, ҡыйын булып китә. Беләһегеҙме, күбеһенсә кемдәрҙең ғәрип балалары тыуа? Байҙарҙың. Байҙар бит улар яйлап ҡына, әҙләп кенә, культурно ғына итеп эсеп йөрөргә яраталар. Тағы ла шуға иғтибар иткәнем бар, эскеселәрҙән талантлы балалар тыуа.
Мин үҙем — татар, мосолман булһам да, сиркәүгә йөрөйөм. Нишләпме? Мәсеткә бер нисә тапҡыр барып ҡараным, оҡшаманы нишләптер. Мулла гражданский кейемдә йөрөй, тиҙ-тиҙ генә уҡыны ла, 200 тәңкәне алып ҡалды. Суҡынмаһам да, сиркәүгә барып, мин оҙаҡ итеп Алланан һаулыҡ, бәхет һорап ултырам.
Күмертауҙан кешеләр ҡаса бит хәҙер. Мин дә китермен, моғайын. Байҙар вис ҡасып китеп бөттө. Ҡалала байҙар ҡалманы хәҙер. Аҡыллы врачтар ҙа күсеп китеп бөттө. Өфөгә генә түгел, Мәскәүгә китәләр, хатта. Күмертауҙа рак сире яман бит. Анау СПИД ауырыуы ла ҡурҡыныс. Беҙҙең кеүек пенсионерҙарға ла иғтибар юҡ. Ярай әле аҙмы-күпме пенсияһын биреп торалар. Тиҙҙән, ҡайһы бер сит илдәрҙәге кеүек, ул пенсияһын да түләмәҫтәр әле. Ана, Күмертауҙағы соцобесты ла бөтөрөп ҡуйғандар, Мәләүезгә күсергәндәр. Хәҙер кеше Мәләүез сабырға тейешме икән? Ярай әле пенсионный эшләй әлегә. Уй, һөйләһәң һүҙ бөтмәҫ, уйлаһаң, уйылып китерһең, тигәндәй. Ярай, рәхмәт тыңлағанығыҙ өсөн, күп һөйләнем инде, ҡайтайым ятағыма.