Таймаҫҡа Миңлегөл Хисамованың юбилей кисәһенә барғанда, беҙҙе күреү менән бер нисә кеше иң тәүҙә беҙҙең «Юшатыр» гәзитен маҡтап алды. Шунан инде бер-береһен бүлдерә-бүлдерә үҙҙәренең проблемалары хаҡында ла бәйән итте. Бөгөнгә беҙ уларҙың бер генә һорауҙарына яуап бирәбеҙ. Ҡалғандарына ла яуаптар гәзитебеҙҙең киләһе һандарында донъя күрер.
«Беҙҙең Таймаҫ юлын күргәнһегеҙҙер инде. Шуны ла фотоға төшөрөп алығыҙ. Юл шул тиклем насар. Башҡа юлдарға бүленгән аҡса беҙҙекенә лә бүленәлер инде. Шул турала яҙығыҙ әле, зинһар», - тип үтенде таймаҫтар.
Ҡайтып еткәс тә, был һорау менән әлеге лә баяғы район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм архитектура буйынса урынбаҫары Ринат Килдебаевты борсорға тура килде. Ринат Ирек улы:
- Бәләкәй Муса — Таймаҫ юлы республика ҡарамағына күсте. Хәҙер ул республика ҡарамағындағы муниципаль-ара юл һанала. Улар үҙҙәре юлдарҙы күҙәтеп, ҡарап торорға тейешле. Шулай ҙа халыҡтың һорауы буйынса киләһе йыл юлға капиталь ремонт эшләүҙәрен һораясаҡбыҙ, - тигән яуап ҡайтарҙы.
Шулай булғас, таймаҫтар, һеҙгә тағы әҙ генә был юлдар буйлап ыҙалайһы ҡалды. Тағы саҡ ҡына түҙһәгеҙ, тиҙҙән яҡшы юлдар буйлап ҡына елдерәсәкһегеҙ, тип ышанабыҙ.