Наталья Ивановна «Юшатыр» гәзитенә ошо сара тураһында һөйләне һәм, ғөмүмән, йәштәр, ғаилә, ата-әсә тураһындағы фекерҙәре, уйланыуҙары менән дә бүлеште:
- Был сарала ғаилә, атай булыу, әсәлек һәм ата-әсәй проблемалары яҡтыртылды. Ә иң мөһиме инде, ниһайәт, ғаилә тәрбиәһендә Атайҙың бик мөһим булыуы тураһында йәмғиәттең уйлана башлауы!!! Ошо сара барышында ғаиләлә атайҙың роле тураһында бик оҙаҡ әңгәмәләштеләр. Был көндө залда ултырған әллә күпме битараф түгел ирҙәрҙе, атайҙарҙы, олатайҙарҙы күреү бигерәк тә ҡыуаныслы ине. Бында ысын мәғәнәһендәге ирҙәрсә һөйләшеү булды!!! Ҡыҙҙы йә улды тәрбиәләүҙә атайҙың бик тә мөһим булыуы темаһын асып һалдылар улар. Һарытау өлкәһенән, Татарстандан һәм Өфөнән килгән Атайҙар советы рәйестәре үҙҙәренең тәжрибәләре менән уртаҡлашты. Залда бик оҙаҡ йәнле һәм асыҡ һөйләшеү уҙҙы. Урында уҡ балалар тәрбиәләүҙә кәрәкле тәҡдимдәр әйтелде, тәрбиә проблемаһын хәл итеү юлдары күрһәтелде. Сит балалар булмай, уларҙың барыһы ла беҙҙеке! Бына ошондай ирҙәр ҡарары сығарылды. Бер атайҙың шундай ныҡ әсенеп Берҙәм дәүләт имтихандары тураһында һөйләүе һаман ҡолаҡта сыңлай. «Нишләп балаларҙы бер туҡтауһыҙ шул ЕГЭ тип ҡурҡыталар ул? Был бары тик ябай имтихан, тип кенә әҙерләргә булмаймы ни? Башланғыс кластан уҡ уҡыусыларҙы шул ЕГЭ менән өркөтә башлайҙар. Бахырҙарға рәхәтләнеп уҡырға, белем алырға ла форсат юҡ. Аҙым һайын: «ЕГЭ! ЕГЭ!», - тип ҡабатлап, балаҡайҙарҙың нервыһын да, йөрәген дә бөтөрәләр», - тип илай яҙып, йөрәкһенеп һөйләне лә ул атай кеше, залдан сығып та китте. Эйе, был — уйланырлыҡ иң ҙур проблемаларыбыҙҙың береһе... Ғаиләлә атай роле, ысынлап та, бик мөһим. Атай малайҙар өсөн генә түгел, ҡыҙҙарға ла бик кәрәкле. Әгәр ни сәбәптәндер ғаиләлә атай юҡ икән, атай тәрбиәһен яҡын ир туғандарығыҙ, олатайҙар, бик тә булмаһа, берәй йүнле генә күршегеҙ булһа ла, бирергә тейеш. Атайһыҙ үҫкән малайҙарҙың тәрбиәһе тураһында ла бик күп һөйләргә була. Бигерәк тә малайҙарға атай ныҡ кәрәк. Шуны онотмаһындар ине ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ, әсәйҙәр! Һуңғы ваҡытта күп ғаиләләр тарҡала, тип һөйләргә яратабыҙ. Ни өсөн тарҡала һуң улар? Сөнки бер ҡайҙа ла ғаилә мөнәсәбәттәренә өйрәтеүсе юҡ. Был турала өйҙә лә, мәктәптә лә өйрәтмәйҙәр. Мәктәптә, юғарыла әйткәнемсә, бер генә тема — ЕГЭ. Мәктәптә лә, ғаиләлә лә балаларҙы ғаилә мөнәсәбәттәренә өйрәтергә бурыслыбыҙ беҙ, балаларҙы кесе йәштән үк ғәфү итә белергә, татыулашырға өйрәтергә кәрәк. Шуны ла әйтмәйенсә булдыра алмайым — хәҙерге ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәре лә бигерәк көслө шул, уларҙың күптәре ирҙәрҙең ирлек сифаттарын бөтөрөп ташлайҙар. Яңғыҙ әсәйҙәр бигерәк күп беҙҙә. Ирҙәребеҙ ысын ир була алһын өсөн уларға лайыҡлы хеҙмәт хаҡы булған эш кәрәк. Уларҙың яҡшы эштәре булһа, барыһы ла буласаҡ, ғаиләләрендә лә татыулыҡ хөкөм һөрәсәк. Бына беҙҙең «Ғаилә» үҙәгенә аҙ тәьмин ителгән бик күп әсәйҙәр килә. Беҙ уларға нисек кенә ярҙам итә алабыҙ инде?! Әлбиттә, ҡулдан килгәндең барыһын да эшләйбеҙ, психологик ярҙам күрһәтәбеҙ, кәрәкле кейем-һалымын биргән булабыҙ. Әммә быларҙың барыһы ла тик ваҡытлыса ғына ярҙам бит. Ул ҡатындар киренән шул уҡ мөхиттәренә ҡайта. Тағы бер ҡабатлап әйтәм, кешеләргә яҡшы тормош өсөн һәйбәт аҡсалы эш кәрәк. Шунда ғына тормош алға китәсәк. Шул саҡта ғына балалар йортоноң да, ҡарттар йортоноң да кәрәге булмаясаҡ. Балалар кескәйҙән үҙҙәренең ата-әсәләренең оло йәштәгеләрҙе тәрбиәләгәндәрен күреп үҫмәһәләр, үҙҙәре лә бер ҡасан да оло йәштәге ата-әсәһен тәрбиәләү кәрәклеген аңламаясаҡ. Һәр бала үҙ ата-әсәһенән өлгө алырға тейешле. Бына мосолман ғаиләләрендә оло йәштәгеләргә элек-электән оло хөрмәт күрһәтелгән бит. Килендәр һәр саҡ ҡайны-ҡәйнәһен тәрбиәләгән. Беҙҙең районда ла үҙҙәренең оло йәштәге ата-әсәләрен ҡарттар йортона алып килеүселәр бар, ҡыҙғанысҡа. Ундайҙарға: «Ул бит һинең ата-әсәйең. Һин уны ҡарарға тейешлеһең», - тип аңлата башлаһаң: «Нишләп мин тейеш ул?» - тиҙәр күҙҙәрен дә йоммайынса. Ҡайһы бер балалар оло йәштәге ата-әсәйен үҙҙәре эштә саҡта, урамда ҡалдырып китәләр. Ҡарт кеше улар булмағанда, өйҙә ярамаған берәй нәмә ҡылып ҡуймаһын, йәнәһе. Теге әбей йә бабай көнө буйы балаларын көтөп урамда йөрөргә мәжбүр була. Бына шундай ғаиләләр ҙә бар беҙҙә. Ҡыҙғаныс, әлбиттә. Һүҙемде йомғаҡлап шуны әйтәм. Беҙҙең районда Атайҙар советы әле яңыраҡ ҡына үҙенең эшмәкәрлеген башланы. Районыбыҙҙың барлыҡ вайымһыҙ атайҙарын уларға ҡушылырға саҡырам. Әгәр беҙ бергә-бергә эшләһәк, барыһы ла яҡшы буласаҡ. Бергәлектә — көс, сит балалар булмай, улар барыһы ла беҙҙеке! Бала кешегә әсәй ҙә, атай ҙа берҙәй кәрәк!