ФАП-тар темаһы көн үҙәгендә. Бар иғтибарҙы шунда йүнәлттек. Береһе килә, икенсеһе китә, тигән һымаҡ. Һәр береһе хәл белешә: нисек бында һеҙҙең ФАП, түҙерлекме?
Ике көн рәттән район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтов, уның социаль һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Люциә Хәмитова бар район ФАП-тарын тиерлек байҡап сыҡты. Улар ауыл советы хакимиәте башлыҡтары, фельдшерҙар һәм ФАП-ҡа килеүселәр менән әңгәмәләште, медицина учреждениеларының шарттары, хеҙмәтләндереү сифаты менән яҡындан танышты. Бөгөлсән, Бахмут амбулаториялары, Свобода участка дауаханаһы, Түкән, Ялсыҡай, Илкәнәй, Таймаҫ, Керәүле, Кинйәбай, Бальза фельдшер-акушер пункттары... Һанаһаң, ҡул бармаҡтары етмәй. Былай ҙа ныҡ иғтибар булғас (врачтар ҙа килеп хәл белә, власть та ситтә ҡалмай), ауыл кешеләренең һаулығы тағы ла һауыраҡ булыр. Бирһен Хоҙай!
ФАП-тарҙы ҡараған саҡта, төрлө етешһеҙлектәр асыҡланған. Яңы Таймаҫ, Свобода медицина учреждениеларына яҡшы ғына ремонт талап ителә. Яңы Таймаҫҡа яңы бина булһа, тағы ла яҡшыраҡ булыр ине. Мәктәп бинаһында урынлашҡан Яманһары фельдшер-акушер пунктында бигерәк һыуыҡ икән. Бында йылылыҡ етмәй. Кинйәбайҙа ла ФАП мәктәп эсендә урынлашҡан. Бында ФАП-ҡа килеүселәр генә түгел, ә шулай уҡ мәктәп уҡыусылары ла өшөйҙәр. Етмәһә, кластар етмәгәнлектән, Кинйәбай уҡыусыларының ҡайһылары коридорҙа уҡырға мәжбүр. Керәүлегә фельдшер булып йәш егет килгән. Ул әлегә бер бабайҙа фатирҙа тора һәм үҙенә айырым йорт һорай икән. «Йортон да табып бирербеҙ, ауылға ҡайтҡан фельдшерҙарға тәғәйенләнгән 500 мең һумын да юлларбыҙ», - ти Әхәт Йәүҙәт улы ФАП-тарҙы ҡарап сығыу һөҙөмтәләре буйынса.