Все новости
Социаль мөхит
30 Ноября 2018, 13:02

«ФАП ТА КӘРӘК, УНҺЫҘ БУЛМАЙ»

Район хакимиәте башлығы Әхәт Йәүҙәт улы Ҡотлоәхмәтов, уның социаль һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Люциә Хәмитова райондың медицина учреждениеларын байҡауҙы дауам итә. Улар шишәмбе көнө Аҡһары, Яманғол, Ҡыҙыл Маяҡ фельдшер-акушер пункттарын һәм Мораптал участка дауаханаһының хәлдәрен белеште.

Район хакимиәте башлығы Әхәт Йәүҙәт улы Ҡотлоәхмәтов, уның социаль һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Люциә Хәмитова райондың медицина учреждениеларын байҡауҙы дауам итә. Улар шишәмбе көнө Аҡһары, Яманғол, Ҡыҙыл Маяҡ фельдшер-акушер пункттарын һәм Мораптал участка дауаханаһының хәлдәрен белеште.


Вице-премьер Татьяна Голикова: «Ҡасандыр уйланып етмәгән оптимизация һаулыҡ һаҡлау һәм мәғариф өлкәһенә ҙур зыян килтерҙе», - тине һәм ошо ҡыҫҡартыуҙар арҡаһында халыҡҡа ярҙам итеү шарттарының ныҡ кәмеүен билдәләне. «Хәҙер элеккегә кире ҡайтабыҙ. Ауылдарҙа яңынан ФАП-тар асыла башланы. Халыҡ бик аҙ йәшәгән ерҙәргә табиптар бригадаһы ебәреү планлаштырыла. Шулай уҡ властәр медицина ярҙамы килеп етерлек итеп, юлдарҙы ла тәртипкә килтерергә уйлай. Уның өсөн бюджеттан аҡса ла бүленгән», - ти ул ФАП-тар темаһы буйынса. Беҙҙең район дауаханаларына ла Голикова һүккән масштаблы рефома елдәре ҡағылып, койкалар һаны күпкә ҡыҫҡартылғайны.

Район хужалары Яңы Таймаҫ ауылының фельдшер-акушер пунктын ҡарап сыҡҡас, ундағы етешһеҙлектәрҙе күреп, ФАП-ты икенсе бинаға күсереү кәрәклеге хаҡында хәбәр иткәйне. Редакция эше буйынса Яңы Таймаҫҡа барған саҡта, был ФАП-ты үҙ күҙҙәребеҙ менән күреп ҡайттыҡ. Ысынлап та, бында хәлдәр мөшкөл икән. Бинаның бер нисә бүлмәһенең стеналары ярылғанлығы күҙгә ташлана. Бер көн килеп емерелә башларға ла күп һорамай. Ауыл советы хакимиәте башлығы, гимназия директоры, фельдшер менән әңгәмәләштек. Әлеге көндә Яңы Таймаҫ фельдшер пунктын балалар баҡсаһына күсерергә планлаштыралар. Бының өсөн документтар әҙерләнә башлаған. «Стена ярыҡтарынан саң-туҙан борҡоп тора. Көн дә иң тәүҙә бөтә ерҙе туҙандан таҙартырға тура килә. Элек өс кеше эшләһәк, әле бер үҙем ҡалдым. Шуға иҙәнен дә үҙем йыуам. Ярай әле уҡыусы балалар килеп территорияны йыйыштырырға, ҡыш көндәре ҡар көрәргә ярҙам итә», - ти фельдшер Луиза Солтангәрәева.

Әйткәндәй, былтыр Яңы Таймаҫҡа модулле ФАП ҡуйырға уйлағайнылар. Уныһына урын да әҙерләп тә бөткән булғандар, әммә был план әлегә тормошҡа ашмаған. Беҙ ФАП урынлашасаҡ балалар баҡсаһындағы бүлмәне лә ҡарап сыҡтыҡ. Ярайһы ҙур ғына был бүлмәнең айырым инеп-сығырға ишеге лә бар. Пунктҡа килгән кешеләр ошо айырым ишектән генә йөрөйәсәктәр. Был бүлмәгә бер аҙ ремонт ҡына кәрәк буласаҡ. Балалар баҡсаһы бинаһы ҙур, ике ҡатлы. Уны йылытырға ла, яҡтыртырға ла кәрәк. Бында йөрөгән балалар һаны ла күп түгел, 40 тирәһе. Уларҙың да барыһы даими йөрөмәй.

«Юшатыр» гәзитенең интернет селтәрендә Яңы Таймаҫ ауылының ФАП-ы балалар баҡсаһына күсерелеүе хаҡында мәғлүмәт булғас та, ҡайһы бер ата-әсәләр үҙҙәренең фекерҙәрен яуҙыра башланы (түбәндә уларҙың ҡайһы берҙәрен бирәбеҙ). Күптәр: «ФАП балалар баҡсаһында урынлашырға тейеш түгел, унда сирле кешеләр йөрөй, балаларға төрлө ауырыу йоҡтороуҙары бар», - тиҙәр. Был һорауҙарҙы беҙ Күмертау үҙәкләштерелгән дауаханаһының баш табибы урынбаҫары Галина Селищеваға йүнәлттек.

- Яңы Таймаҫ фельдшер-акушер пунктын балалар баҡсаһына күсереү буйынса документтар әҙерләнә башланы. Әлегә биналары авария хәлендә тип билдәләнмәгән. ФАП-тар балалар баҡсаһында урынлашҡан ауылдар республика буйынса бик күп. Көйөргәҙе районында, мәҫәлән, Яманғол ауылында ФАП балалар баҡсаһында. Бар эштәр ҙә СанПиН нормаларына ярашлы башҡарыласаҡ. Инеп-сығып йөрөр өсөн айырым ишек, хатта, территорияға кереп-сығыу урыны ла айырым буласаҡ. Шулай булғас, бер ниндәй ҙә ҡурҡыр урын юҡ. Модулле ФАП-ҡа килгәндә инде, әлегә яңылыҡтар юҡ. Бер модулле ФАП 5 млн. һум тирәһе тора. Уны беҙ үҙ көсөбөҙ менән генә һатып ала алмайбыҙ. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һатып алһа, буласаҡ. Модулле ФАП-тар өсөн аҡса федераль бюджеттан бүленә, - тигән яуап бирҙе Галина Евгеньевна.
Читайте нас: